

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары буйынса бик уңышлы эстафетанан һуң, ир-егеттәр араһында биатлон буйынса спринт башланғайны. Илебеҙ өсөн Максим Цветков, Даниил Серохвостов, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов ярышты.
Барыһы ла яҡшы булыр кеүек ине, әммә, әллә яҙмыш шаяртты: илебеҙ спортсыларына миҙалдар эләкмәне. Тағы шуныһы үкенесле: йыйылма команданан Максим Цветҡов йәнә дүртенсе урынға сыҡты, йәнә миҙал яулау өсөн уға саҡ ҡына уңыш етмәне. Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Эдуард Латипов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге ун спортсы иҫәбенә инә алманы: ул – 11-се урында. Спортсының саңғыла шыуыу буйынса тиҙлеге бик шәп булһа ла, өс тапҡыр сәпкә яҙа атыуы “эште боҙҙо”.
Норвегиянан Йоханесс Бё үҙенең өсөнсө Олимпия алтын миҙалын яуланы!
Шулай ите, бөгөнгө ярыш һөҙөмтәләре:
Биатлон. Спринт, ир-егеттәр:
1. Йоханесс Бё (Норвегия) – 1 яҙа атыу;
2. Кантен Фийон Майе (Франция) – 1 яҙа атыу, +25,5;
3. Тарьей Бё (Норвегия)– 1 яҙа атыу, +38,9;
4. Максим Цветков (ROC) – 0 яҙа атыу, +40,6;
11. Эдуард Латыпов (ROC) – 3 яҙа атыу, +1,14,4;
19. Даниил Серохвостов (ROC) – 2 яҙа атыу, +1,37,6;
38. Александр Логинов (ROC) – 4 яҙа атыу, +2,15,1.
Фото: sport-express.ru