Олимпиада
13 Февраль 2022, 09:30

42 йылдан һуң яуланған еңеү! Алтын миҙал – беҙҙә!

Спортсыларыбыҙҙың беренселек яулауы өсөн тотош Рәсәй борсолдо, ә улар һынатманы!

42 йылдан һуң яуланған еңеү! Алтын миҙал –  беҙҙә!42 йылдан һуң яуланған еңеү! Алтын миҙал –  беҙҙә!
42 йылдан һуң яуланған еңеү! Алтын миҙал – беҙҙә!

Бөгөн Пекинда ғәҙәттә булмағанса көслө ҡар яуа. Тап ошо сәбәпле,  тау кластерында үткәрелергә тейешле ярыштарҙың ҡайһы берҙәре кисектерелде.

Ир-егеттәр араһында Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы саңғы эстафетаһы ярыштарында 42 йыл буйы бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшә алмағайныҡ, шуға бөгөн нисек тә булһа миҙал яуларға кәрәк ине. Тап ошондай маҡсатты Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спецов һәм Сергей Устюгов тормошҡа ашырырға тырышты һәм һынатманы.

Алексей Червоткин – Киров өлкәһенән, 26 йәш. 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында көмөш миҙал яулаған.

 Александр Большунов – сығышы менән Брянск өлкәһенән, 25 йәш. Ул – саңғы ярыштары буйынса Рәсәйҙең шәхси еңеүҙәр (28) һәм призлы урындар алыу (59) һаны буйынса рекордсмен.

Денис Спецов – Ҡышҡы Олимпия уйындарында дүрт  тапҡыр призлы урынға лайыҡ булған. Вологодск өлкәһенән. 25 йәш.

Сергей Устюгов – 2017 йылда ике тапҡыр чемпионы булған, Кемеров өлкәһенән. 30 йәш.

Үрҙә әйтелгән спортсыларҙың барыһы ла, күренеүенсә, ил өлкәләрендәге ауыл-ҡасабаларҙа тыуып үҫкән, был иһә теләк булғанда, бәләкәй төбәктәрҙән дә Олимпия уйындары чемпиондары сыға, тигәнде аңлата. Шуға спорт менән дуҫ булыу, сәләмәт тормош алып барыу, хатта профессиональ спортҡа ынтылыу зарур.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  күптән түгел Росгвардия башлығы Виктор Золотов илебеҙ саңғысылары Александр Большунов менән Денис Спицовҡа, Ҡышҡы Олимпиадала скелетон буйынса ярыштарҙа алтын һәм көмөш миҙал яулағандан һуң, “капитан” хәрби исемен биреү тураһындағы фарманға ҡул ҡуйғайны.

...Йәкшәмбе еңеү килтермәксе, тип хәбәр иткәйнек, ысынлап та, шулай булды! Әммә шуныһы: был ябай еңеү түгел, ярты быуатҡа яҡын ваҡыттан һуң ошо спорт төрөндә яуланған тәүге беренселек, тотош донъяға Рәсәйҙең көслө ил тигән данын таратыу ине...

Фото: olympicsrus

42 йылдан һуң яуланған еңеү! Алтын миҙал –  беҙҙә!
42 йылдан һуң яуланған еңеү! Алтын миҙал – беҙҙә!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас