Олимпиада
13 Февраль 2022, 12:30

Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!

Финиш аҙағына тиклем Эдуард Латипов барлыҡ көсөнә тырышты, ә яҙмыш һынатманы...

Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!
Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!

Пекинда йыйылма командабыҙҙың ир-егеттәре, ҡыҙҙарыбыҙ кеүек,  саңғы ярыштары буйынса эстафетала алтын миҙал яулағандан һуң, көслө зат вәкилдәренең биатлондың эҙәрлекләү буйынса ярыштарында ла беренселекте яуларға тейеш кеүек тойолдо.

Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Эдуард Латиповтың Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы һәр ярышын тулҡынланыу менән ҡараныҡ, бөгөнгө уҙыштарҙы бигерәк тә! Ни тиһәң дә уның Пекинда миҙал яуларына өмөт ҙур ине. Әйткәндәй, спортсының беренсе тренеры Марат Шәүәлиев булған. Әле – Виктор Никитин.

Әле Эдуард Латиповҡа – 27 йәш. Был ярыштарға тиклем Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ биатлонсыһы ҡатнашлығындағы илебеҙ йыйылма командаһы ҡушма эстафетала бронза миҙал яулағайны. Бөгөн уның яҙмышы тағы хәл ителде, дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән донъяуи сарала еңергә тейеш ине! Туғыҙ секундҡа еңелеп, ярышты башлаһа ла,  миҙалға ынтылышын юғалтманы, барлыҡ көсөнә ул тырышты һәм һөҙөмтә көттөрмәне: бронза миҙал!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Беҙҙең Эдуард Латипов Пекинда тағы бронза миҙал яуланы, был юлы эҙәрлекләү ярыштарында! Көслө ел иҫһә лә, тәбиғәт шарттары ауыр булһа ла, Эдуард бик шәп һөҙөмтә күрһәтте һәм өсөнсө булып килде. Был – Рәсәйҙең ошо дисциплиналағы тарихында беренсе миҙал. Рәсәйҙе, республикабыҙҙы, Эдуардты, уның тренерын һәм һәммәбеҙҙе ҡотлайым!”

Беҙ Эдуард  Латиповты ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ! 

Һөҙөмтәләр:

  1. Кантен Фийон Майе (Франция) – 0 яҙа атыу;
    2. Тарье Бё (Норвегия) – 1 яҙа атыу, +28,6;
  2. Эдуард Латыпов (ROC) – 1 яҙа атыу, +35,3.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!
Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!
Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!
Афарин, Эдуард! Ғорурланабыҙ!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас