+21 °С
Болотло


Виктория Синицина менән Никита Кацалапов Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында фигуралы шыуыуҙың бейеүҙәрендә көмөш миҙал яуланы. Үҙ программаһы өсөн улар 131,66 балл тупланы. Ике программа өсөн дөйөм сумма 220,51 балл тәшкил итте. Тик улар француз спортсылары Габриэла Пападакис менән Гийом Сизеронды уҙа алманы. Улар иһә дөйөм балдар суммаһы буйынса рекорд яһаны. Бронза миҙал Америка спортсылары Мэдисон Хаббеелл менән Закари Донохьюға эләкте.
Фото: match.tv