Олимпиада
14 Февраль 2022, 03:30

Браво! Ҡотлайбыҙ!

Латипов был юлдан үткән беренсе кеше булды!

Браво! Ҡотлайбыҙ!Браво! Ҡотлайбыҙ!
Браво! Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр яҙылған: “Браво! Биатлонсы Эдуард Латипов Пекиндағы Олимпиадала эҙәрлекләү уҙыштарында бронза миҙал яуланы! Латипов был юлдан үткән беренсе кеше булды!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә спортсыны һәм уның тренерын еңеү менән ҡотланы.

Был – Эдуард Латипов өсөн уйындарҙағы икенсе бронза миҙал: быға тиклем ул Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡушма эстафетала өсөнсө булғайны. Ғорурланабыҙ!

P.S. Алтын миҙалды француз Кентен Фийон-Майе яуланы, көмөш миҙал хужаһы – Тарьен Бе (Норвегия).

#ЦУРБашкортостана #Олимпиада2022 #ВеримвРоссию #АлгаБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас