

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ир-егеттәр араһында бобслейҙың ике спортсы ҡатнашҡан төрө буйынса турнирҙың арауыҡ-ара һөҙөмтәләре асыҡланды. Ике тапҡыр һынауҙарҙан һуң әлегә беренсе урында – Германия спортсыһы.
Шулай итеп, бөгөнгө һөҙөмтәләр:
1. Франческо Фридрих (Германия);
2. Йоханнес Лохнер (Канада), + 0,15;
3. Ростислав Гайтюкевич (ROC), +0,94;
4. Кристоф Хафер (Германия), +0,99
25. Максим Андрианов (ROC), + 2,61. Күренеүенсә, Ростислав Гайтюкович – әлегә дүртенсе баҫҡыста. Уға бөгөн старт башынан уҡ уңыш әҙерәк йылмайһа, һөҙөмтәләр тағы яҡшыраҡ булыр ине. Ярай, иртәгә яҙмыш спортсыбыҙ яғына “әйләнер” тип ышанайыҡ.
Ғөмүмән, 15 февралдә бобслейҙың ошо төрө буйынса миҙалдар яуланасаҡ. Өсөнсө һынауҙар Мәскәү ваҡыты менән 15 сәғәт 15 минутта башлана. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Ростислав Гайтюковичтың сығыштарын ҡарарға онотмайбыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бобслей – боҙло трасса буйлап санала шәп тиҙлектә аҫҡа төшөү. Был бобтың ауырлығы 175-тән 185 килограмға тиклем тәшкил итә. Ул ирҙәр өсөн еңел спорт төрө түгел, ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк тә. Шуға бобслейҙы һайлаған кеше көслө генә түгел, шәп тиҙлектән ҡурҡмаған ҡыйыу ҙа булырға тейеш.
Фото: sport-express.ru