

Һис һүҙһеҙ, Олимпия уйындары һәр спортсы өсөн әһәмиәтле, хатта йәшәү мәғәнәһе. Әммә ҡайһы берҙәренә ул ҙур спорт сараһы ғына түгел, тағы ла юғарыраҡ мәғәнәгә эйә.
Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы иң матур парҙарҙың береһе – Юлия Беломестных менән Ростислав Гайтюкович хаҡында яҙмаҡсыбыҙ. Улар сарала Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Юлия Беломестных күрше Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһында тыуып үҫкән, шунда уҡыған. Уны уңышлы ғына түгел, ә илебеҙ спортындағы иң сибәр спортсыларҙың береһе тип йөрөтәләр. Юлия 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Алексей Дашевский менән шөғөлләнгән. 2013 йылда Рәсәйҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында еңел атлетика буйынса беренселегендә алтын миҙалға лайыҡ булған. 19 йәшендә Мәскәүгә килеп, бобслей менән шөғөлләнә башлаған. 2016 йылдың февралендә Австрияла Бобслей һәм скелетон буйынса донъя чемпионатында 11-се урын яулаған. Бер йыл үткәс, Рәсәйҙә бобслей һәм скелетон буйынса Любовь Черных менән берлектә бронза миҙал яулаған. 2018 йылдың февралендә Рәсәй исеменән Пхёнчханда сығыш яһаған.
Ростислав Гайтюкович Беларусияның Ганцевичи ҡалаһында тыуып үҫкән. Уға ун йәш тирәһендә ғаиләһе менән Мәскәү өлкәһенең Корлев ҡалаһына күскәндәр. 9-сы класҡа тиклем ғәҙәти мәктәптә уҡыһа, ҡалған ике йылы Мәскәүҙәге 2-се Олимпия резервы мәктәбендә үтә. Артабан Рәсәй физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Башта еңел атлетика менән шөғөлләнһә, артабан скелетонда үҙен һынай, унан бобслейға күсә. 2019 йылда Ростислав үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булған. Бынан тыш, аҙаҡ өлкәндәр араһында Рәсәй чемпионатында беренсе урынға сыҡҡан. 2019/20 уйын миҙгелендә бобслейҙың дүрт спортсы бергә ярышҡан төрөндә еңеү яулаған. Башҡа уңыштары ла бар.
Бөгөн Ростислав Ҡышҡы Олимпия уйындарында үҙ көсөн һынай.
Фото: Спорт министрлығы.