Олимпиада
15 Февраля 2022, 13:00

Башҡортостан һеҙҙең менән!

Эдуард Латиповты һәм Рәсәй йыйылма командаһы егеттәрен Башҡортостан Башлығы һәм Республикаға идара итеү үҙәге ҡотланы. 

Башҡортостан һеҙҙең менән!Башҡортостан һеҙҙең менән!
Башҡортостан һеҙҙең менән!

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яҙма менән уртаҡлашты: “Эйе, был – биатлон эстафетаһында бронза. Эйе, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырыуҙары үкенесле. Әммә был – планеталағы төп ярыштарҙағы бронза. Һәм спортсыларыбыҙға - афарин, улар көрәште! Беҙҙең Эдуард Латиповты һәм Рәсәй йыйылма командаһы егеттәре Александр Логиновты, Максим Цветковты, Кәрим Хәлилиҙе һәм уларҙың тренерҙарын был миҙал менән ҡотлайым. Башҡа старттарҙа – уңыштар! Башҡортостан һеҙҙең менән!”

Шулай уҡ Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе. “Барлыҡ эш туҡтаны, яҡшы, төшкө аш мәле. Олимпиада. Биатлон. Эстафета. Эйе, беҙ - өсөнсө! Әммә был – Олимпиадалағы бронза!!! Эдуард Латипов һәм барлыҡ егеттәр, афарин!!! Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге һеҙҙең менән һәм беҙ быны еңелеү тип һанамайбыҙ!”

Фотолар: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Видеояҙма: Республикаға идара итеү үҙәгенән. 

Башҡортостан һеҙҙең менән!
Башҡортостан һеҙҙең менән!
Башҡортостан һеҙҙең менән!
Башҡортостан һеҙҙең менән!
Башҡортостан һеҙҙең менән!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас