

Бөгөн ирҙәр араһында биатлонда уҙыштарҙа Эдуард Латипов ярышты. Үткән уҙыштарҙағы кеүек ул миҙал яулай алырмы? Бына ошо һорау борсоғайны беҙҙе.
Илебеҙ спортсылары баштан уҡ алтын миҙал алыуға бара ине. ROC командаһы өсөн Кәрим Хәлили, Александр Логинов, Максим Цветков һәм Эдуард Латипов тырышты. Һуңғы биатлонсыға килеп еткәндә, беренсе урынға сыҡҡайнылар, беренселекте яуларҙар кеүек ине... Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүртенсе булып ярышҡан Эдуард Латиповтың яҙа атыуы бар эште "боҙҙо": алтын миҙалға өмөт ҡалманы. Һөҙөмтәлә илебеҙ командаһы бронза миҙал яуланы. Был - Пекиндағы 19-сы награда. Ә алтын миҙал алырға тейеш инеләр... Бик үкенесле булды... Ни эшләйһең, был спорт...
Һөҙөмтәләр:
Фото: olympicsrus