Олимпиада
15 Февраля 2022, 06:30

Көтөп алынған ярыштар башлана

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындары бик көсөргәнешле, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс булмаҡсы. Ниндәй ярыштар үткәреләсәк? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Көтөп алынған ярыштар башланаКөтөп алынған ярыштар башлана
Көтөп алынған ярыштар башлана

Бөгөн Пекинда туғыҙ миҙалдар комплекты уйнатыла. Сноуборд, фристайл, тау саңғыһы, конькиҙа уҙышыу спорты, саңғы икеалышы, биатлон һәм бобслей буйынса еңеүселәр асыҡланасаҡ. Шулай уҡ яңғыҙ сығыш яһаған фигуристкалар яраһында ярыштар старт ала.

9.30 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) башланған ирҙәр араһында биатлонда уҙыштарҙа Эдуард Латипов ярыша. Үткән ярыштарҙағы кеүек ул миҙал яулай алырмы? Ҡарайбыҙ һәм “көйәбеҙ”.

13.00 сәғәттә оҙаҡ көтөп алынған ҡатын-ҡыҙҙар араһында фигуралы шыуыу буйынса ярыштар башлана. Камила Вәлива 16.52 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) боҙға сығыр тип көтөлә.

Илебеҙ спортсыларына уңыштар, еңеүҙәр теләйек.

Фото: telegraf.com.ua

Автор:Айһылыу Низамова