Олимпиада
15 Февраль 2022, 05:00

Камила Вәлиева нимә хаҡында белдерҙе?

“Был көндәр минең өсөн бик ауыр булды, быны аңлатыу өсөн хатта хис-тойғо етмәй..." 15 йәшлек спортсыбыҙ Пекинда, Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында, үҙе эргәһендә барған ығы-зығыға ҡарата беренсе тапҡыр аңлатма бирҙе.

Камила Вәлиева нимә хаҡында белдерҙе?Камила Вәлиева нимә хаҡында белдерҙе?
Камила Вәлиева нимә хаҡында белдерҙе?

“Был көндәр минең өсөн бик ауыр булды, быны аңлатыу өсөн хатта хис-тойғо етмәй. Ҡыуанам, әммә шул уҡ ваҡытта эмоциялар йәһәтенән арығанмын. Шуға күҙ йәштәре бәхеттән дә һәм бер аҙ йән әсеү аша ла ағылды. Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарында булыуыма һәм илебеҙ исеменән сығыш яһауыма сикһеҙ шатланам. Мөмкин тиклем яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышасаҡмын һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтермен, тип өмөт итәм. 

Коллегия алдынан тыңлауҙарҙа ете сәғәт буйы ултырҙым, 20 минутлыҡ бер генә тәнәфес булды. Мин күҙәтеп ултырҙым. Был бик ауыр булды. Әммә, күрәһең, был мин үтәргә тейешле этаптарҙың береһе ине”, - тип белдерҙе Камила Вәлиева Беренсе канал эфирында.

Һис һүҙһеҙ, 15 йәшлек спортсыға әле бер ҙә еңел түгел, әммә тотош донъяның уның хәленә иғтибарһыҙ ҡалмауы, борсолоуы һәм терәк булыуы  уға көс бирә. “Инстаграмды асҡас, әллә күпме изге теләктәрҙе, әллә күпме ышанысты күрәм. Мәскәүҙә мин хатта “Камила, беҙ һинең менән!” тигән билбордтарҙы күрҙем. Был һәйбәт. Минең өсөн ауыр ваҡытта ошондай терәк булыуы мөһим. Тренерҙар ярҙам итә, эргә-тирәләгеләрҙең барыһы ла минең өсөн борсола. Марк Кондратюк та терәк, ярай әле ул Пекинда ҡалған. Яңғыҙ булырмын тип уйлағайным, әммә иң яҡын кешеләрем  мине ташламаясаҡ”, - тине Камила тура эфир барышында.

14 февралдең иртәһендә Спорт арбитраж суды 15 йәшлек спортсыға Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы шәхси турнирҙа ҡатнашырға рөхсәт бирҙе һәм Камила күнекмәләр эшләргә сыҡты.

Бөгөн, 15 февралдә, фигуристка ҡатнашлығындағы ҡыҫҡа программаны күрһәтәсәктәр. Унда Камила Вәлиева һуңғы разминкала 30 ҡатнашыусы араһында 26-сы булып сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итә sport/ru.

Был Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы иң төп сығыштыр, моғайын. Спортсыбыҙ Камила Вәлиеваның уңышлы сығыш яһауын теләйек, уның өсөн терәк-таяныс булыуҙы дауам итәйек.

Фото: cosmo.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас