Олимпиада
15 Февраль 2022, 15:00

Камиланы барыһы ла баҫып алҡышланы!

Спортсының күҙҙәрендә бәхет йәштәре ине...

Камиланы барыһы ла баҫып алҡышланы!Камиланы барыһы ла баҫып алҡышланы!
Камиланы барыһы ла баҫып алҡышланы!

Камила Вәлиева, Анна Щербакова, Александра Трусова – бына ошо өс ҡыҙ Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында фигуралы шыуыуҙың ҡыҫҡа программаһында сығыш яһаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: кисә Камила Вәлиева: “Был көндәр минең өсөн бик ауыр булды, быны аңлатыу өсөн хатта хис-тойғо етмәй. Ҡыуанам, әммә шул уҡ ваҡытта эмоциялар йәһәтенән арығанмын. Шуға күҙ йәштәре бәхеттән дә һәм бер аҙ йән әсеү аша ла ағылды. Олимпия уйындарында булыуыма, илебеҙ исеменән сығыш яһауыма сикһеҙ шатмын. Мөмкин тиклем яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышасаҡмын һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтермен тип өмөт итәм”, - тип белдергәйне.

Фигуристкаларыбыҙҙың ҡыҫҡа программа буйынса ярыштарында илебеҙ ҡыҙҙары – спорт “йондоҙҙары” - өсөн ныҡ борсолдоҡ. Уларҙың сығышын беҙ генә түгел, тотош донъя көйәрмәндәре көтөп алды, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Бигерәк тә Камиланың уңышлы сығыш яһауы өсөн барыһы ла “көйҙө”, янды, борсолдо, сөнки уға был ярыштарҙа билдәле сәбәптәр арҡаһында үтә ауыр ине.

Камила Вәлиева 26-сы һан аҫтында сығыш яһарға сыҡты. Әйткәндәй, уның тыуған көнө лә 26 апрелдә. Был да уңышҡа өмөт кеүек күренде.

Шулай итеп, илебеҙ боҙ алиһәләренең сығышын, ниһайәт, бөгөн көтөп алдыҡ. Рәсәй спортсылары араһынан иң беренселәрҙән булып боҙға Камила Вәлиева сыҡты. Уның сығышынан һуң барыһы ла аяҡ баҫып алҡышланы, ә ҡыҙҙың күҙҙәрендә бәхет йәштәре ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла 100 процент килеп сыҡмаһа ла, ул бирешмәне, ҡай саҡ хатта өлкәндәр күтәрә алмаған һынауҙарҙы еңеп сыға алды. Ә уның баһаларын көткәндәр секунд һайын борсолдо... 82,16 балл булды, тик өсләтә акселде эшләгәндә Камила йығылмаһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был элементты таҙа атҡара алманы. Әммә сығыш барыбер һоҡланғыс ине!

Икенсе булып боҙға – Александра Трусова, артабан Анна Щербакова сыҡты. Анна сығышы бер ниндәй хатаһыҙ, “таҙа”, тик элементтары ябайыраҡ булғайны.

Лидерҙар:

1. Камила Валиева (ROC) – 82.16;
2. Анна Щербакова (ROC) – 80.20;
3. Каори Сакамото (Япония) – 79.84;

4. Александра Трусова (ROC) – 74.60.

Былар әлегә - алдан ҡуйылған һөҙөмтәләр.

Ирекле программа 17 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 13.00 сәғәттә була. Ҡарарға онотмайбыҙ.

Фото: 62.ru

Камиланы барыһы ла баҫып алҡышланы!
Камиланы барыһы ла баҫып алҡышланы!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас