Олимпиада
15 Февраль 2022, 14:00

"Шатлыҡ"тар сәләм юллай

Асҡын районының Солтанбәк ауылы балалары Олимпиадала ҡатнашҡан спортсыларыбыҙға уңыштар теләй.

"Шатлыҡ"тар сәләм юллай"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
"Шатлыҡ"тар сәләм юллай

Бала күңел аҡ ҡағыҙ кеүек: тормошондағы барлыҡ ваҡиғалар унда йылъяҙма кеүек бер-бер артлы теркәлә бара. Уларҙың сәләмәт тормош алып барыуына, физик күнекмәләр эшләүенә, спорт менән шөғөлләнеүенә беҙ, өлкәндәр, яуаплы. Ә бының өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар республикабыҙҙа. Бары теләк һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк.

Асҡын районының Солтанбәк ауылындағы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә йәш быуын вәкилдәренә сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһим икәнлеге хаҡында даими аңлатыу эштәре алып бара, физик күнекмәләр үткәрә. Быға – һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән фотоһүрәттәр дәлил. Өҫтәүенә, улар Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙға рух ныҡлығы, уңыштар, ниндәй генә кәртәләр булмаһын, һынмауын, еңеп сығыуын теләй.

Күрәһегеҙме? Хатта бәләкәй генә ҡыҙҙар менән малайҙар ҙа, Олимпиадала ҡатнашҡан апай-ағайҙарына еңеү-уңыштар теләп саңғыға баҫҡан! Улар “Сәләмәтлек көнө”н ойошторған. “Рәсәй берҙәм. Беҙ – һеҙҙең менән!” – ти улар.

Фотолар: “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы төркөмө.

"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
"Шатлыҡ"тар сәләм юллай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас