

“Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы өсөнсө бронза миҙал яуланы. Был миҙал - беҙҙең Эдуард Латипов өсөн дә өсөнсөһө.
Эйе, бер ҡасан булмағанса, команда алтынға яҡынлашҡайны, быға спортсылар ышаныслы бара ине. Әммә һуңғы рубежда Эдуардтың яҙа атыуы егеттәрҙе артҡа сигендерҙе, тик уларҙың, Губерниев әйтмешләй, “буйвол”дың ныҡышмаллығы һәм сәмселлеге ярыштарҙы аҙағына тиклем үтергә һәм үҙе өсөн, моғайын, иң ҡатмарлы миҙалды яуларға булышлыҡ итте.
Ошонан һуң социаль селтәрҙә спортсыбыҙҙың атыуы тураһында төрлө һүҙҙәрҙе күрәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күптәр кире фекерҙәр белдерә. Ә мин түбәндәгеләр хаҡында яҙмаҡсымын.
Эдуард – бөгөн үк Башҡортостандың спорт легендаһы. Биатлон тарихында бер спортсы ла, хатта Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙҙан спортсыларҙың сығышында төбәгебеҙ өсөн бер юлы өс миҙал яуламаны!
Беҙҙең спорт йәмәғәтселегенә мөрәжәғәт итмәксемен. Ошондай ауыр ярыштарҙан һуң уға терәк булыу мөһим һәм йылы һүҙҙәр әйтеү зарур. Барыһы ла мине ишетер һәм Эдуард @edlatypov һылтанмаһы аша терәк һүҙҙәрен яҙыр тип ышанам.
Эйе, Эдуард Латипов – Башҡортостандың спорт легендаһы. Ул әле үк тарихҡа инде.
Уға 18 февралдә мисс-стартта уңыштар теләйем! Тыныс, тулҡынланыуһыҙ уҙыштар булһын. Һин – беҙҙең өсөн иң яҡшыһы!”
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы.