Олимпиада
16 Февраль 2022, 16:45

Бер генә “баҫҡыс” ҡалғайны...

Семен Елистратов Рәсәй командаһы составында шорт-трек буйынса Олимпия эстафетаһы финалында ярышты.

Бер генә “баҫҡыс” ҡалғайны...Бер генә “баҫҡыс” ҡалғайны...
Бер генә “баҫҡыс” ҡалғайны...

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында беҙҙең Семен Елистратов Рәсәй командаһы составында шорт-трек буйынса Олимпия эстафетаһы финалында сығыш яһай, тип хәбәр иткәйнек инде.

Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шорт-трек буйынса ир-егеттәр эстафетаһында Канада спортсылары алтын миҙал яуланы. Шулай итеп, урындар түбәндәгесә:

  1. Канада (Шарль Амлен, Стивен Дюбуа, Жордан Пьерр-Жиль, Паскаль Дион);
  2. Көньяҡ Корея (Ли Чун Со, Тэ Хон Хван, Квак Юн Ки, Пак Чан Хюк);
  3. Италия (Пьетро Сигель, Юрий Конфортола, Томмазо Дотти, Андреа Кассинелли)
  4. ROC (Семён Елистратов, Константин Ивлиев, Павел Ситников, Денис Айрапетян).

Күренеүенсә, яҡташыбыҙ – ил йыйылма командаһы менән берлектә - дүртенсе урында. Миҙалдарға бер генә “баҫҡыс” ҡалғайны. Ни эшләтәһең, был – спорт! Уның үҙенең яҙылмаған ҡанундары бар...

Фото: trans-vrn.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас