

Семен Елистратов – Өфө егете. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. 31 йәшлек Семен Елистратов 2014 йылда Олимпия уйындары чемпионы булып танылды. 2018 йылдағы Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булғайны. Яҡташыбыҙ бер тапҡыр – донъя чемпионатында, 14 тапҡыр Европа чемпионатында еңеү яулаған.
Семен бала сағында атаһының ҡушыуы буйынса тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, тик тиҙҙән ул был спорт төрөнөң күңеленә ятмауын аңлаған, артабан хоккейҙа үҙен һынап ҡараған. V класта уҡығанда тренер Андрей Максимов менән осрашыу егеттең тормошона үҙгәрештәр индергән. Шулай итеп, ул баш ҡаланың Октябрь районындағы 1-се олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәргән.
Семен Елистратов илебеҙ командаһы составында Константин Ивлиев, Павел Ситников, Денис Айрапетян менән берлектә шорт-трек буйынса ирҙәр эстафетаһында А финалына сыҡҡайны.
Ә ул 16 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 15.45 сәғәттә буласаҡ. Яҡташыбыҙ Семен Елистратов өсөн “көйәбеҙ”!
- Барыһына ла шатмын! Аҙаҡта 100 процентҡа эшләй алдым, маневрым килеп сыҡты. Ул 1500 метр арауыҡҡа ярыштарҙа ла килеп сыҡһа, көмөш миҙал булыр ине. Әммә ул көн үтте, бөгөн А финалына сыҡтыҡ. Мин быға ныҡ шатмын! – тип белдергәйне ул “МатчТВ” хәбәрсеһенә.
Шуныһы үҙенсәлекле: Семен Елистратов башҡорт шорт-трек мәктәбен тотош донъяға танытты. Ул дүртенсе тапҡыр рәттән Олимпиадала үҙ көсөн һынай.
1987 йылда республикабыҙҙа барлыҡҡа килгән шорт-трек мәктәбендә әллә күпме ҡыҙҙар һәм егеттәр тәрбиәләнгән. Һәм был үҙәк хәҙер донъялағы иң яҡшы ойошмаларҙың береһе һанала. Бөгөн үҙәктә 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет шөғөлләнә.
Шулай итеп, Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы эргәһендә тотош спорт комплексы бар. Ул бынан өс йыл элек төҙөлөп бөткәйне. Бында шорт-трек өсөн илдәге берҙән-бер стандартлы боҙло арена бар. Мәктәп советы һорауы менән үҙәккә данлы яҡташыбыҙ Семен Елистратов исеме бирелгән. Һәм ул һынатманы: тағы Олимпия миҙалын яуланы. Бөгөн уның 5 мең арауыҡҡа ярышын ҡарарға онотмайбыҙ, яҡташыбыҙ өсөн “көйәбеҙ”.
Фото: ufacity-sport.ru