Олимпиада
16 Февраль 2022, 17:00

Бындай хәлде көтмәгәйнек...

Алдан бер ни ҙә әйтеп булмай шул.

Бындай хәлде көтмәгәйнек...Бындай хәлде көтмәгәйнек...
Бындай хәлде көтмәгәйнек...

Пекинда ярыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа! Саңғы уҙыштарында (команда спринты) ҡатын-ҡыҙҙар араһында - Юлия Ступак һәм Наталья Непряева, ир-егеттәр араһында Александр Большунов менән Александр Терентьев ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ике команда вәкилдәре лә бронза миҙал яуланы!

Гүзәл зат вәкилдәре араһында биатлонда  эстафетала Ирина Казакевич, Кристина Резцова, Светлана Миронова, Ульяна Ниғмәтуллина илебеҙ намыҫын яҡланы. Улар икенсе урынға сыҡты! Көмөш миҙал – беҙҙә! Уларҙан бындай ҡыуаныслы хәлде көтмәгәйнеләр, сөнки һуңғы ваҡытта улар һүлпәнерәк сығыш яһағайны. Был – спорт! Алдан бер нәмәне лә күҙаллап та, әйтеп тә булмай! Шуныһы менән дә ул мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс һәм һоҡландырғыс!

Фото: olympicsru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас