Олимпиада
16 Февраль 2022, 16:30

"Латипов һәм Елистратов кеүек спортсылар үҫтерергә әҙербеҙ"

2022 йылда Башҡортостанда ҙур спорт объекттары – Гимнастика үҙәге һәм футбол манежы асыласаҡ.

"Латипов һәм Елистратов кеүек спортсылар үҫтерергә әҙербеҙ""Латипов һәм Елистратов кеүек спортсылар үҫтерергә әҙербеҙ"
"Латипов һәм Елистратов кеүек спортсылар үҫтерергә әҙербеҙ"

Бөгөн Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“2022 йылда Башҡортостанда ҙур спорт объекттары асыласаҡ – Гимнастика үҙәге һәм футбол манежы. Алдағы йылдарға планда – фехтование, спорт көрәше һәм ишеү слаломын төҙөү.

Республикала барлығы 13 мең физкультура һәм спорт объекты – был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре араһында.

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенең Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында спорт министры Руслан Хәбибов менән һөйләштек.

2022 йылда тотош ил буйынса федераль аҡса йәлеп ителеп төҙөлгән 145 спорт объекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Федераль үҙәк спортлы Башҡортостанға ҙур ярҙам күрһәтә - һуңғы ике йылда республикала спорт объекттары төҙөлөшө өсөн 2 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленде.

Башҡортостандың яңы спорт үҙәктәрендә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров Спорт министрлығына был объекттарҙы төҙөүҙе планлаштырғанда тап ошондай күрһәтмә бирҙе.

Спорт инфраструктураһы төҙөлә, тимәк, был республика яңы Олимпия чемпиондарын, буласаҡ Латиповтарҙы һәм Елистратовтарҙы үҫтерергә әҙер, тигән һүҙ. Эдуард Латипов, Семен Елистратов, тағы бер тапҡыр һеҙҙе Олимпия наградалары менән ҡотлайбыҙ!

Тәүлеккә бер аҙ статистика. Республикала йәшәүселәрҙең күбеһен юлдарҙа ҡар таҙартыу борсой (139 мөрәжәғәт). Икенсе урында – төҙөкләндереү (78). Өсөнсө урында – һаулыҡ һаҡлау темаһы (73 мөрәжәғәт). Коронавирус һорауҙары буйынса 19 кеше яҙған. Барлыҡ хәбәрҙәр – эштә һәм контролдә.

Тулыраҡ – видеола.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас