

Кисә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙғайны. “Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы өсөнсө бронза миҙалды яуланы. Был миҙал - беҙҙең Эдуард Латипов өсөн дә өсөнсөһө. Эйе, бер ҡасан булмағанса, команда алтынға яҡынлашҡайны, быға спортсылар ышаныслы бара ине. Әммә һуңғы рубежда Эдуардтың яҙа атыуы егеттәрҙе артҡа сигендерҙе, тик уларҙың, Губерниев әйтмешләй, “буйвол”дың ныҡышмаллығы һәм сәмселлеге ярыштарҙы аҙағына тиклем үтергә һәм үҙе өсөн, моғайын, иң ҡатмарлы миҙалды яуларға булышлыҡ итте, - тип белдергәйне министр. - Ошонан һуң социаль селтәрҙә спортсыбыҙҙың атыуы тураһында төрлө әйтеүҙәрҙе күрәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күптәр кире фекерҙәр әйтә. Ә мин түбәндәгеләр хаҡында яҙмаҡсымын.
Эдуард – бөгөн үк Башҡортостан Республикаһының спорт легендаһы. Биатлон тарихында бер спортсы ла, хатта Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙҙан спортсыларҙың сығышында, төбәгебеҙ өсөн бер юлы өс миҙал яуламаны!”
Эйе, беҙ, барыбыҙ ҙа, республикабыҙ исеменән сығыш яһаған спортсыға тик изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ, республикабыҙ данын донъяуи кимәлгә сығарғаны өсөн рәхмәтлебеҙ.
Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениһының “Сәләм” тапшырыуының Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән тура эфирҙа республиканың спорт министры Руслан Хәбибов ҡатнашты. Үҙәк хеҙмәткәре Аида Асфина һорауҙарҙы бирҙе.
Әлбиттә, һүҙ кисәге Эдуард Латипов тарафынан яуланған бронза миҙал тураһында һөйләшеүҙән башланды. “Кисә тарихи, матур көн булды, спорт өсөн – ысын көн. Командабыҙ өсөн “көйҙөк”, беҙ, әлбиттә, Эдуардҡа Рәәсй өсөн яуланған өсөнсө бронза миҙал өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ, - тине Руслан Таһир улы. - Башҡортостанда спорт менән шөғөлләнеү өсөн спортсылар өсөн дә, балалар өсөн дә шарттар булдырыу – төп маҡсаттарҙың береһе. Был – республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров ҡуйған мәсьәлә. Бөгөнгә беҙҙә 13 меңдән ашыу спорт объекты бар. Был йәһәттән Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы рәттәрҙең береһендәбеҙ, һуңғы өс йылда был өлкә объекттарын әүҙем төҙөү һәм сафҡа индереү бара. Әлбиттә, шунһы мөһим: федераль аҡса бирелә: ике йыл 2 миллиард 700 миллион һум бүленде. Был йәһәттән республикаға Рәсәй Спорт министрлығы, Олимпия комитеты ярҙам итә”.
Мәҫәлән, Көрәш үҙәге 2024 йылда төҙөлөп бөтәсәк. Тағы башҡа объекттар - футбол манежы, ГТО объекттары һәм башҡалар, бөтәһе лә - халыҡ өсөн хеҙмәт итәсәк.
Хөрмәтле дуҫтар, Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ өсөн “көйәбеҙ”, улар ҡатнашлығындағы ярыштарҙы ҡарайбыҙ.
Фотолар: республиканың спорт министры Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.