Олимпиада
16 Февраль 2022, 14:30

Улар Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән! Уңыштар теләйбеҙ!

Улар Башҡортостан исеменән сығыш яһайУлар Башҡортостан исеменән сығыш яһай
Улар Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙылды.

“Башҡортостанда йәшәүселәр Пекинда Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар өсөн “көйә” һәм уларға уңыштар теләй. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында флешмобтар бара. Спортсыларға өлкәндәр, уҡыусылар һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре йөрәк түрҙәренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен еткерә.

Рәсәй йыйылма командаһының 23 наградаһы – дүрт алтын, һигеҙ көмөш һәм 11 бронза миҙалы бар. Милли команда өсөн дүрт бронза миҙалды башҡорт спортсылары Эдуард Латипов менән Семен Елистратов яуланы.

Бөгөн беҙҙең Семен Елистратов Рәсәй командаһы составында шорт-трек буйынса Олимпия эстафетаһы финалында сығыш яһай. Тура эфирҙы “Матч” каналында ҡарарға мөмкин.

Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән! Уңыштар теләйбеҙ”.

Фото: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас