Олимпиада
16 Февраль 2022, 09:00

Ярымфиналға сыҡтылар!

Сираттағы уйын иртәнән һуң буласаҡ.

Ярымфиналға сыҡтылар!Ярымфиналға сыҡтылар!
Ярымфиналға сыҡтылар!

Бөгөн Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында илебеҙ хоккей командаһы Дания хоккейсылары менән осрашты.

Ҡышҡы спорт уйындарын саңғы ярыштарынан, конькиҙа уҙыштарҙан йәки хоккейҙан тыш күҙ алдына килтереүе мөмкинме?! Юҡ, әлбиттә! Һуңғы спорт төрө күптән илебеҙ халҡының яратҡан уйынына әйләнгән. Шуға Олимпия уйындарында ла көйәрмәндәрҙең, спорт һөйөүселәрҙең ул күҙ уңынан төшмәй. Был юлы ла шулай булды. Тағы шуны әйтергә кәрәк: илебеҙ йыйылма командаһына “Салауат Юлаев”тан Шакир Мөхәмәҙуллин менән Александр Кадейкин эләккәйне лә бит, тик улар – запас уйынсылар рәтенә.

Бөгөнгө матчҡа килгәндә, илебеҙ өсөн голды Вадим Шипачев сәпәне. Ул – Череповец хоккейы тәрбиәләнеүсеһе, “Северсталь” составында һөнәри карьераһын башлаған. Беренсе тренеры – Вячеслав Дубравин.

Икенсе голды Никита Нестеров индерҙе. Ул 2009 йылда Силәбеләге “Аҡ айыуҙар” йәштәр хоккей лигаһы клубы составында уйнай башлаған. 2018 йылда Никита Нестеров Рәсәй йыйылма командаһы составына Пхёнчханда Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн индерелде һәм, турнирҙағы алты уйында ла ҡатнашып, бер шайба индереп, Олимпия уйындары чемпионы тип танылғайны.

Шулай итеп, матчтың өсөнсө осоро башланыуға илебеҙ командаһы 2:1 иҫәбе менән алда бара ине. Өсөнсө матчтағы өсөнсө шайбаны Вячеслав Войнов индерҙе. Ул – Силәбеләге “Трактор” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Ул да, Никита Нестеров кеүек, Рәсәй йыйылма командаһы составына Пхёнчханда Олимпия уйындарында Олимпия уйындары чемпионы булғайны.

Матч Рәсәй файҙаһына 3:1 иҫәбе менән тамамланды. Рәсәй ярымфиналға сыҡты! Сираттағы уйын иртәнән һуң буласаҡ, ярыштарҙы ҡарауҙы дауам итәбеҙ.

Фото: olympics

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас