Олимпиада
17 Февраль 2022, 15:00

Илатты был ярыш...

Анна Щербакова, Камила Вәлиева һәм Александра Трусова нисек сығыш яһаны?

Илатты был ярыш...Илатты был ярыш...
Илатты был ярыш...

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыу буйынса спортсылар ярыштары ирекле программаһы менән тамамланды.

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының кульминацияһы булды – Камила Вәлиева сығыш яһаны. Уның менән бергә Анна Щербакова һәм Александра Трусова үҙ көсөн һынаны.

Камила Вәлиева – 2020 йылда үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы, 2019/20 үҫмерҙәр Гран-при миҙгеле финалы еңеүсеһе. Бынан тыш, уның башҡа еңеүҙәре бар.

Ҡыҙ өс йәш ярымлыҡ сағында Ҡазанда күнекмәләр үткәрә башлаған. Уның беренсе тренеры – Ксения Иванова. 2012 йылда ғаиләһе менән Мәскәүгә йәшәргә күсәләр.

Анна Щербакова былтыр донъя чемпионы тип танылды, 2020, 2022 йылдарҙа Европа чемпионаттарында көмөш миҙал яуланы. Ҡыҙ шулай уҡ өс йәш ярымлыҡ сағында спорт менән шөғөлләнә башлаған: уны ата-әсәһе өлкән ҡыҙҙары менән бергә Мәскәүҙәге “Гәлсәр” боҙ һарайына килтергән.

Александра Трусова былтыр донъя чемпионатында бронза миҙал яулағайны. Бынан тыш, 2020, 2022 йылдарҙа ике тапҡыр өсөнсө урын яуланы. 2008 йылда Рязандә күнекмәләргә йөрөй башлаған. 2013 йылға тиклем Ольга Шевцова тренеры була. Аҙаҡ ғаилә сәбәптәренә бәйле Мәскәүгә йәшәргә күскәндәр.

Был өс спортсының да тренеры - Этери Тутберидзе.

Анна Щербакова һәм Александра Трусова бик уңышлы сығыш яһаны, тик бына Камила Вәлиеваға бөгөн уңыш йылмайманы… Быға тиклем күнекмәләрҙә лә хаталар ебәрмәгән ҡыҙҙы рухи йәһәттән һындырҙылар. Йөрәктәрҙе әрнетте, илатты был ярыштар... Әммә ул  - көйәрмәндәр өсөн “йондоҙ”, талант, уникаль спортсы...

Анна Щербакова иң күп балл йыйҙы – 255.95. Уның артынса -  Александра Трусова (251.73) һәм Япониянан Каори Сакамото (233.12). Камила Вәлиева – дүртенсе урында.

Фото: 9111.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас