Олимпиада
17 Февраль 2022, 05:00

Һәр береһе менән ғорурланабыҙ!

Беҙ, Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ла, тотош күңелебеҙ менән – Олимпиада геройҙары янында. 

Һәр береһе менән ғорурланабыҙ!Һәр береһе менән ғорурланабыҙ!
Һәр береһе менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Башҡортостанда йәшәүселәр Пекинда миҙалдар өсөн көрәшкән беҙҙең спортсыларҙың рухын күтәрерлек, еңеүҙәргә әйҙәрлек һүҙҙәр табырға тырыша.

Уларға көс бирерҙәй һүҙҙәрҙе яҙып,  Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры артистары, республикалағы башҡа ижади коллективтар һәм хатта джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон видео һалды.

Беҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ла, тотош күңелебеҙ менән – Олимпиада геройҙары янында. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ!

Фото һәм видеояҙма: Республикаға идара итеү үҙәгенән. 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас