

Бөгөн – Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының 13-сө көнө. Бында үткән һәр көн үҙенсәлекле. Мәҫәлән, кисәге көндө генә алайыҡ: бик уңышлы булды ул – спортсыларыбыҙ биатлон эстафетаһында көмөш, саңғы ярыштарында (спринт) ике бронза һәм тағы фристайлсы Илья Буров үҙенең спорт карьераһындағы икенсе бронза миҙалын яуланы. Бынан тыш, хоккейҙың ир-егеттәр турнирында ватандаштарыбыҙ Дания командаһын 3:1 иҫәбе менән еңде.
Бөгөн иһә ҡатын-ҡыҙҙар араһында фристайл-хафпайп, тау саңғыһы, фристайл ски-кросс, кёрлинг, ҡатын-ҡыҙҙар араһында конькиҙа уҙышыу, гүзәл зат вәкилдәре араһында фигуралы шыуыу буйынса ярыштар үткәрелә. Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының кульминацияһы ла буласаҡ – Камила Вәлиева сығыш яһай. Уның менән бергә Анна Щербакова һәм Александра Трусова үҙ көсөн һынай. Спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ, сөнки бөгөн ул ватандаштарыбыҙға бик кәрәк. Камила ҡатнашҡан спорт сараһы иһә Мәскәү ваҡыты менән 13.00 сәғәттә башлана. Ҡыҙҙарыбыҙ түбәндәге ваҡыт буйынса боҙға сығасаҡ тип көтөлә:
16:25 - Александра Трусова (Мәскәү ваҡыты);
16:41 - Анна Щербакова (Мәскәү ваҡыты);
16:49 - Камила Вәлиева (Мәскәү ваҡыты).
Фото: twitter.com