

17 февралдә төнгө сәғәт 1-ҙә Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда үткәрелгән XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарынан беренсе спортсыларыбыҙ ҡайтты. “Өфө” халыҡ аэропортында башҡорт хоккейсыларын тантаналы ҡаршы алдылар.
Бына улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы - Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Мария Баталова, Вероника Коржакова. Уларҙы туғандары, дуҫтары, көйәрмәндәр, журналистар, республиканың Спорт министрлығы һәм “Ағиҙел” хоккей клубы вәкилдәре ҡаршыланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Швейцария командаһын 5:2 иҫәбе менән еңгәйне. Матчтың 31-се минутында Башҡортостандан Анна Шибанова голды күрше ҡапҡаға сәпәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләһе матчтарҙа уңыш беҙҙең спортсыларға йылмайманы. Илебеҙ комадаһы өс тапҡыр рәттән еңелеүгә дусар булды һәм А төркөмөндә дүртенсе урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар милли командаһы Олимпия уйындарының ¼ турнирына эләкмәһә лә, уйынсыларыбыҙға матур хоккей өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән ошондай донъяуи сарала ҡатнашыу – үҙе бер мәртәбә. Һеҙ - Башҡортостан ғорурлығы!
Фото: БР Спорт министрлығы.