

Бөгөн Пекинда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында биатлондың һуңғы төрө масс-старт буйынса ярыштар үткәрелде.
Командабыҙ составында Александр Логинов, Эдуард Латипов һәм Максим Цветков ҡатнашты.
Ярыштар алдынан Пекинда Эдуард Латипов ковид менән сирләй ине, әммә ауырыған ваҡытында ла күнекмәләрҙе ныҡышмалы үткәреүҙе дауам итте. Әйткәндәй, Эдуард Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙарының береһе иҫәпләнә.
Әммә спорттың үҙенең яҙылмаған ҡанундары бар... Бөгөн Норвегиянан Йоханесс Бё – беренсе, Швециянан Мартин Понсилуома – икенсе, Норвегиянан Ветле Шостад Кристиансен өсөнсө урын яуланы. Илебеҙ өсөн сығыш яһаған Александр Логинов – 15-се, Эдуард Латипов – 15-се, Максим Цветков 20-се урында.
Биатлон. Масс-старт, ир-егеттәр:
1.Йоханесс Бё (Норвегия) – 4 яҙа атыу;
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ошондай уҡ спорт төрө буйынса ярыштар үткәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында ла спортсыларыбыҙға уңыш йылмайманы.
Ҡатын-ҡыҙҙар. Биатлон. Масс-старт:
1. Жюстин Брезаз-Буше (Франция), (4 яҙа атыу);
2.Тириль Экхофф (Норвегия), +15,3 (4 яҙа атыу);
Фото: Рәсәйҙең Олимпия комитеты.