

Спорттың ябай өлкә түгел, ә милли мөнәсәбәттәргә, эшлекле даирәгә, ижтимағи мөхиткә, ғөмүмән, йәшәйешебеҙгә ыңғай йоғонто яһаған үҙенә күрә бер ҡеүәтле көс икәнлеген һәммәбеҙ белә. Тағы шуныһы мәғлүм: спорт һәр саҡ беренсе булырға, үҙ-үҙеңә ышанырға һәм ысын шәхес тәрбиәләргә ярҙам итә. Был иһә – һәммәһе өсөн мөһим һыҙаттарҙың береһе. Ә XXI быуатта физик культура һәм спорт менән шөғөлләнмәгән, төрлө эстафеталарҙа ҡатнашмаған кеше бик һирәк. Өҫтәүенә, йылдан-йыл Олимпия уйындарына, төрлө чемпионаттарға ҡыҙыҡһыныу арта. Тап ошондай саралар барыбыҙҙы ла сәләмәт тормош алып барырға өндәй.
Тағы шуныһы үҙенсәлекле: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа мөнәсәбәт яҡшырғандан-яҡшыра, төрлө спорт объекттары барлыҡҡа килә. Бөтә Рәсәй “Спорт менән йәшәйем” форумында Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге илебеҙҙең иң яҡшы спорт ҡоролмаһы тип танылды. “Тағы 12 спорт объекты төҙөлә. Өфөлә ябыҡ футбол манежы, спорт гимнастикаһы буйынса физкультура комплексы һала башланыҡ. Халыҡ-ара көрәш һарайын, Волейбол үҙәген, ишеү слаломы каналын проектлауҙы тамамланыҡ. 2024 йылға тиклем барлыҡ район үҙәктәрен бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре менән тәьмин итеү бурысы тора. Уларҙа буласаҡ чемпиондар әҙерләрбеҙ, балаларҙың һаулығын нығытырбыҙ”, — тип белдергәйне Радий Хәбиров Өфөлә уҙған Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышында.
Республикала “Мәктәптәргә – спорт көрәше” проекты уңышлы эшләй. Ул әле республиканың 62 белем усағында тормошҡа ашырыла. Мәктәп программаһына ярашлы, билдәле сәғәттә улар ҡарамағында – көрәш келәме, махсус әҙерлек үткән тренер һәм күнекмәләр. Балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.
Донъя кимәлендәге спорт сараларының Башҡортостанда үткәрелеүе барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең, көйәрмәндәрҙең иғтибарын республикаға йүнәлтте. Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында ойошторолған Көрәш буйынса донъя беренселегендә дөйөм команда иҫәбе буйынса Рәсәй еңеү яуланы – спортсыларыбыҙ туғыҙ алтын, ике көмөш һәм һигеҙ бронза миҙалға лайыҡ булды. Шуныһы үҙенсәлекле: бындай донъя беренселеге илебеҙҙә беренсе тапҡыр үткәрелде. Ошо турнирҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһаған Сәйед-Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриевтың исемдәре өс йылдан һуң йәнә тотош донъя күләмендә яңғырар тигән өмөттәбеҙ.
Токио ҡалаһында үткәрелгән ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы – Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Алһыу Минәжева, Александр Сергеев һәм Варвара Баранова – үҙ көсөн һынап ҡараны. Яҡташтарыбыҙ фехтование буйынса уңышлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, беҙҙә уның менән меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Был спорт төрө бигерәк тә Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында үҫешкән. Олимпиадала фехтование буйынса ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә олимпия чемпионы тип танылған Аделина Заһиҙуллина – Дуҫлыҡ орденына һәм көмөш миҙал хужаһы Тимур Сафин I дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының миҙалына лайыҡ булды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Олимпиада йомғаҡтары буйынса Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа Фехтование һарайы төҙөләсәге хаҡында белдерҙе. 2024 йылға был объект тапшырылырға тейеш тип планлаштырыла.
Токиолағы Паралимпия уйындарында Рәсәй дөйөм команда миҙал иҫәбендә дүртенсе урынды яуланы. Ҡытай, Бөйөк Британия һәм АҠШ спортсыларынан ғына ҡалыштыҡ. Беҙҙең ил вәкилдәре 36 алтын, 33 көмөш һәм 49 бронза миҙалға лайыҡ булды.
Әйткәндәй, республикала Олимпиада һәм Паралимпиада алдынан ғына миҙалдар өсөн түләүҙәр суммаһы күтәрелгәйне. Шулай итеп, Башҡортостанда Паралимпиадалағы миҙалдар өсөн премия күләме Олимпиаданыҡынан айырылмай. Алтын яулағанға – ике миллион һум, көмөш өсөн – 1,5 миллион һәм бронза өсөн бер миллион һум түләнә. Тренерҙар был сумманың яртыһын ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙән 212 спортсы ҡатнаша. Илдең йыйылма олимпия командаһында – 103 ҡатын һәм 109 ир. Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекинда үткәрелгән ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсылар һаны буйынса беренсе урында. Республика намыҫын 15 спортсы яҡлай. Улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова – был спортсыларыбыҙ Өфөгә ҡайтты инде), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Александр Кадейкин һәм Шакир Мөхәмәҙуллин, биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.
Шулай итеп, спорт йәшәү рәүешен билдәләй, сәләмәт тормош алып барыуға өндәй.
Фото: YouTube