Олимпиада
18 Февраль 2022, 14:15

Еңеүсе буллит уйындарында асыҡланды

Бөгөн Пекинда илебеҙҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы Швеция хоккейсылары менән осрашты.

Еңеүсе буллит уйындарында асыҡландыЕңеүсе буллит уйындарында асыҡланды
Еңеүсе буллит уйындарында асыҡланды

Бөгөн Пекинда илебеҙҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы Швеция хоккейсылары менән осрашты.

Беренсе уйын миҙгелендә ике яҡ команданан да гол индермәнеләр. Икенсе уйын миҙгеле башында илебеҙ өсөн беренсе шайбаны Алексей Жамнов командаһы хоккейсыларынан һөжүм итеүсе Антон Слепышев керетте. Ул – сығышы менән Пензанан. Урындағы “Дизель” командаһы өсөн уйнаған, Рәсәйҙең йәштәр хоккей йыйылма командаһы составында бронза миҙал яулаған. Шуныһы үҙенсәлекле: Антон Слепышев 18 йәшендә (2012 йыл) спорт карьераһын Өфөлә - “Салауат Юлаев” хоккей клубында – дауам итә.

Өсөнсө уйын миҙгелендә Швеция командаһы капитаны Антон Ландер илебеҙ ҡапҡаһына бер гол индерҙе.

Еңеүсе овертаймда ла асыҡланмағас, буллитта билдәләнде: илебеҙ хоккейсылары еңде. Финалға сыҡтылар! Улар Финляндия командаһы менән осрашасаҡ.  Әйткәндәй, ҡапҡабыҙҙы Иван Федотов һаҡланы.

ROC – Швеция - 2:1 Б (0:0, 1:0, 0:1, 0:0, 1:0).

Финал йәкшәмбе була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 февралдә Пекинда башланған Ҡышҡы Олимпия уйындары 20 февралгә тиклем бара.

Фото: olympicsrus

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас