Олимпиада
18 Февраль 2022, 13:30

Үҙ өйөңдә хатта стеналар ярҙам итәме?

Бөгөн Пекинда фигуралы шыуыуҙа спорт парҙары араһында ярыштар башланды.

Үҙ өйөңдә хатта стеналар ярҙам итәме?Үҙ өйөңдә хатта стеналар ярҙам итәме?
Үҙ өйөңдә хатта стеналар ярҙам итәме?

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында спорт парҙары араһында наградаларҙың һуңғы комплектын яулау буйынса ярыштар башланды.

Илебеҙ командаһы исеменән Рәсәйҙең, Европаның һәм донъяның ғәмәлдәге чемпиондары Анастасия Мишина – Александр Ғәлләмов, 2018 йылда Олимпия уйындарында команда составында көмөш миҙал яулаған Евгения Тарасова – Владимир Морозов һәм 2021 йылда донъя чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булған Александра Бойкова – Дмитрий Козловский парҙары сығыш яһай.

Ҡыҫҡа программаларҙан һуң һөҙөмтәләр әлегә шулай:

1. Суй Вэньцзин/ Хань Цун (Ҡытай) – 84,41;
2. Евгения Тарасова / Владимир Морозов (ROC) – 84,25;
3. Анастасия Мишина / Александр Галлямов (ROC) – 82,76;
4. Александра Бойкова/ Дмитрий Козловский (ROC) – 78,59.

Әлегә Ҡытай спортсылары – беренсе урында, артабанғы өс урында – беҙҙекеләр. Күрәһең, үҙ өйөңдә стеналар ҙа ярҙам итәлер... Әммә иртәгә иһә ирекле программанан һуң һөҙөмтәләр беҙҙең файҙаға үҙгәрер тип ышанабыҙ, сөнки тап иртәгә еңеүселәр асыҡланасаҡ. Ҡарайбыҙ, “көйәбеҙ”!

Фото: olympicsrus

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас