Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
19 Февраль 2022, 09:00

Бөгөн кемдәр өсөн “көйәбеҙ”?

Ҡышҡы Олимпия уйындарында көс һынашҡандар араһында Өфөнән спортсы бар.

Бөгөн кемдәр өсөн “көйәбеҙ”?
Бөгөн кемдәр өсөн “көйәбеҙ”?

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының 15-се көнөндә түбәндәге спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрелә.

Бобслей, тау саңғыһы (параллель слалом), саңғы ярыштары (масс-старт), конькиҙа уҙышыу спорты, фигуралы шыуыу (парҙар) буйынса еңеүселәр асыҡлана. Бөгөн Ҡытайҙағы донъяуи ярыштарҙа үҙ көсөн һынаған спортсылар араһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Ростислав Гайтюкевич бар. Ул – йәш үҫмерҙәр араһында донъя һәм Европа чемпионы, былтыр Европа чемпионатында бронза миҙал яуланы.

Тағы конькиҙа уҙышыуҙа үҙ көсөн һынаған Руслан Захаров - Өфө  егете. Уға – 34 йәш. Спортсы – эстафетала Олимпия чемпионы, Олимпия уйындарында көмөш миҙал яулаусы, Европа чемпионы. Беренсе тренеры – Альберт Тимербулатов.

Фото: kp.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: