Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
19 Февраль 2022, 23:30

Бөгөнгө матч нисек тамамланды?

Словактар бронза миҙалды яуланы, ә алтын менән көмөш миҙал кемгә эләгер?

Бөгөнгө матч нисек тамамланды?
Бөгөнгө матч нисек тамамланды?

Ир-егеттәр араһындағы бөгөн хоккей турнирында Швеция һәм Словакия командалары осрашты.

Был матч Словакия файҙаһына 0:4 иҫәбенә тамамланды. Был – словактарҙың Ҡышҡы Олимпия уйындарында беренсе тапҡыр бронза миҙал яулауы. Йәш, иҫ киткес йылғыр, шәп, ныҡыш Юрай Слафковски был матчта күрше яҡ команда ҡапҡаһына ике гол сәпәне һәм турнир снайперҙары араһында беренсе урынды яуланы. Хәҙер уның ете матчта – барлығы ете шайба! Ә хоккейсыға – ни бары 17 йәш! Уның киләсәктә донъя ярыштарында тағы уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшәсәгенә шаһит булырбыҙ, моғайын.

Ә иртәгә илебеҙ өсөн мөһим көн – хоккейсыларыбыҙ Финляндияның йыйылма хоккей командаһы менән осрашасаҡ. Спортсыларыбыҙҙың беренселекте яулауын, үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы кеүек, алтын миҙалға лайыҡ булыуын теләйек.

Фото: республиканың Спорт министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: