Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
19 Февраль 2022, 14:00

Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!

Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалды. 

Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!
Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!

4 февралдә Пекинда башланған Ҡышҡы Олимпия уйындарының тамамланыуына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Ярыштар 20 февралгә тиклем бара. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙән 212 спортсы ҡатнаша. Илдең йыйылма олимпия командаһында – 103 ҡатын һәм 109 ир. Башҡортостан – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекинда үткәрелгән ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсылар һаны буйынса беренсе урында. Республика намыҫын 15 спортсы яҡлай. Улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова – был спортсыларыбыҙ Өфөгә ҡайтты инде), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Александр Кадейкин һәм Шакир Мөхәмәҙуллин, биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.

Ҡытайҙа барған ярыштарҙы тотош донъя спорт һөйөүселәре, көйәрмәндәр ҡарай. Был донъяуи сараның һәр бер көнө ҡабатланмаҫ, төрлө уй-кисерештәргә бай, ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа, күңелде борсолдорған, хатта әрнеткән мәлдәр ҙә бар. Тағы шуныһы: илебеҙ командаһы спортсыларының билдәле сәбәптәр арҡаһында Рәсәй әләмен тота алмауы, үҙ Гимнын ишетә алмауы ла күңелдәрҙе ҡырмай ҡалманы. Тап ошо сәбәпле, илдә киң масштаблы флешмоб ойошторолдо. Был акцияға дәүләкәндәр ҙә ҡушылды.

Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.

Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!
Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!
Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!
Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!
Дәүләкәндәр ҙә спортсыларыбыҙға уңыштар теләй!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: