Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
19 Февраль 2022, 22:00

Геройҙар ҡайта тыуған яғына!

“Был Елистратовтан минең нимәм ҡайтыш?!”

Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан шорт-трексы Семён Елистратов Өфөгә ҡайтты.

“Өфө” аэропортында спортсыны Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, былтыр Токиолағы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Өфө шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм башҡалар ҡаршыланы.

Һигеҙ ярым сәғәт осҡандан һуң тыуған яғында булған спортсы үҙен шундай мәртәбәле ҡаршылағандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

- Геройҙы ҡаршылаған кеүекһегеҙ, – тип үҙ тәьҫораттары менә уртаҡлашты ул. – Пекинда барыһы ла яҡшы ойошторолғайны, әммә барыбер ҡытай аҙығына өйрәнеп китә алманым. Тағы көн һайын ПЦР-тестар тапшырҙыҡ. Ҡытайға энергия өсөн рәхмәтлемен. Бронза булһа ла, миҙал алып ҡайта алдым. Ул минең өсөн мөһим.

Спортсы ғаиләһен һағыныуы, ҡайтҡас борщ ашаясағы, бер нисә көндән донъя чемпионатына әҙерләнә башлаясағы һәм башҡалар хаҡында белдерҙе.

- Өфөлә әҙерләнәсәкмен, йәғни ҡалабыҙҙа күнекмәләр һәм халыҡ-ара ярыштарға әҙерләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар, – тине ул. Спортсы шулай уҡ Пекинда яуланған бронза миҙалын Мәскәүҙәге Спорт министрлығы музейына тапшырырға теләүе хаҡында белдерҙе.

- Экскурсияла берәй шорт-трексы был фотографияны күрер ҙә: “Был Елистратовтан минең нимәм ҡайтыш?” – тип уйлар. Һәм икенсе миҙалды тап ошондай спортсы килтерер, - тип белдерҙе Семён Елистратов.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Өфөлә республика спорт музейын асасаҡтары, бәлки, Семён Елистратовтың миҙалының шунда күсәсәге хаҡында әйтте.

Фотолар: “Башинформ”.

Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Геройҙар ҡайта тыуған яғына!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: