Александр Большунов Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында өс алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы!
Ул бөгөн 30 километр арауыҡҡа саңғыла уҙыштарҙа беренсе булып килде. Икенсе урында Рәсәйҙән – Иван Якимушкин. Өсөнсөлә - Симен Хегстад Крюгер (Норвегия). Әйткәндәй, көндөң ныҡ һалҡын булыуы һәм көслө ел иҫеүе сәбәпле 50-нән 30 километрға тиклем ҡыҫҡартҡайнылар.
Беҙҙең егеттәр бөгөн бирешмәне, киреһенсә, тотош донъяға илебеҙ ҡеүәтен күрһәтте! Бөгөн Александр Большунов үҙен "саңғы батшаһы” тип танытты, күптәр уны оҫталығы, тырышлығы, сәмселлеге, ныҡышмаллығы өсөн шулай тип уны атай башланы. Бер Олимпиадала биш миҙалды һәр кем яулай алмай шул!
Фотолар: olympicsrus