Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
20 Февраль 2022, 13:30

Алтын миҙал кемдә?

Рәсәй һәм Финляндия хоккей командаларының матчы тамам.

Алтын миҙал кемдә?
Алтын миҙал кемдә?

Үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙең хоккей командаһы алтын миҙал яулағайны, тик быйыл был уңышҡа өлгәшә алманылар. Хоккейсыларыбыҙ көмөш миҙалға лайыҡ булды, ә беренселек финдарға эләкте.

Шулай итеп, матч Финляндия командаһы файҙаһына 1:2 (1:0, 0:1, 0:1) иҫәбенә тамамланды. Ә еңеү эргәлә генә кеүек ине... Беҙҙең команданан Михаил Григоренко күрше ҡапҡаға шайба индерҙе, ә уға Никита Гусев менән Никита Нестеров шайбаны биргәйне.

Финдар Олимпия хоккей турнирында беренсе тапҡыр алтын миҙал яуланы, быға тиклем улар Калгари ҡалаһында үткәрелгән Олимпиадала икенсе урынға сыҡҡайны. Туринда иһә Швеция командаһынан еңелеп, бронза миҙал алғайнылар.

Әйткәндәй, Финляндия командаһында “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Теему Хартикайнен, Саккари Маннинен һәм Маркус Гранлунд ҡатнашты. Был өсәү Евротурҙа ла үҙен яҡшы яҡтан күрһәткәйне.

Ә өсөнсө урында, белеүебеҙсә, Словакия командаһы.

Фотолар: olympicsrus

Алтын миҙал кемдә?
Алтын миҙал кемдә?
Алтын миҙал кемдә?
Алтын миҙал кемдә?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: