Бөгөн Ҡытайҙағы Олимпиаданы ябыу тантанаһы Пекиндың Милли стадионында уҙғарылды. Унда Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин ҡатнашты. Шуныһы үҙенсәлекле: сарала артистар түгел, ябай кешеләр – уҡыусылар, студенттар һәм башҡалар сығыш яһаны.
Беҙҙең йыйылма команда спортсылары Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты (Russian Olympic Committee — ROC) исеме аҫтында сығыш яһаны. Улар илебеҙ өсөн, Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлыҡ (ВАДА) санкциялары менән бәйле, милли флагһыҙ һәм дәүләт гимнынан тыш ярышты.
Бөгөнгө сарала илебеҙ йыйылма командаһы әләмен “саңғы батшаһы” Александр Большунов күтәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәйҙән 212 спортсы ҡатнашты. Илдең йыйылма олимпия командаһында 103 ҡатын һәм 109 ир ине.
Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекинда үткәреләсәк ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар һаны буйынса беренсе урында булды. Был күрһәткес беҙҙә спортҡа ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләй, бигерәк тә һуңғы өс йылда тармаҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелә.
Ҡышҡы Олимпия уйындарында республика намыҫын 15 спортсы яҡланы. Бына улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан Александр Кадейкин һәм Шакир Мөхәмәҙуллин, биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Спорт һөйөүселәргә һәм спортсыларға комментаторҙарҙың ярыштар ваҡытында “Башҡортостан!” тип ҡысҡырыуын ишетеүе бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Спорт һөйөүселәргә, көйәрмәндәргә бына ошондай илһамландырғыс, ғәжәйеп тулҡынландырғыс минуттарҙы бүләк иткән Эдуард Латиповҡа, Семен Елистратовҡа һәм башҡа спортсыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Олимпия уйындарында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла геройҙар! Улар – киләсәк быуын вәкилдәре өсөн өлгө-маяҡ, спорттың һәр төбәкте донъяуи кимәлгә күтәрә алыуына яҡшы миҫал!
Тантаналы сарала ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында саңғыла 30 километр арауыҡҡа ярышып призлы урын яулағандарҙы наградланылар. Улар араһында илебеҙҙең йыйылма командаһынан ике спортсы бар ине: Александр Большуновҡа алтын миҙал тапшырылды, Иван Якимушкин көмөш миҙалға лайыҡ булды. Әйткәндәй, сарала Рәсәй Саңғы ярыштары федерацияһы президенты Елена Вяльбе ҡатнашты. Еңеүселәр өсөн Чайковскийҙың беренсе концерты яңғыраны.
Илебеҙҙең йыйылма командаһы Пекинда алты алтын, 12 көмөш һәм 14 бронза миҙал яуланы, рәсми булмаған миҙалдар иҫәбендә Рәсәй - туғыҙынсы урында. Беренселә – Норвегия (16 алтын, һигеҙ көмөш, 13 бронза миҙал), икенселә - Германия (12-10-5), өсөнсөлә - Ҡытай (9-4-2). Ә миҙалдар һаны буйынса Рәсәй (32) Норвегиянан (37) ғына ҡалышты.
Бөгөн сарала Халыҡ-ара Олимпия комитеты президенты Томас Бах һәм Пекин мэры Олимпия әләмен Милан, Кортина д’Ампеццо мэрҙарына тапшырып, 2022 йылдағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыҡ тип иғлан итте. Тап унда 2026 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындары үткәреләсәк. Шулай итеп, Ҡытайҙың баш ҡалаһында Олимпия уты һүндерелде.
Һәммәбеҙҙе һөйөндөргән дә, көйөндөргән дә Ҡышҡы Олимпия уйындары тарихта ҡалды. Алда – яңы уңыш-ҡаҙаныштар вәғәҙә иткән Милан! Спортсыларҙы көт, Италия!
Фотолар: olympicsrus