Хоккей буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы Вячеслав Фетисов фигуристка Камила Вәлиева менән осрашыуы хаҡында һөйләгән. Был хаҡта championat.com сайты хәбәр итә.
Вячеслав Фетисов Камиланы Пекиндан Мәскәүгә самолетта килгәндән һуң ҡаршы алыусылар араһында булған. Белеүебеҙсә, Камила Вәлиева допинг ығы-зығыһына эләккәйне.
“Камиланы ҡаршылау өсөн махсус рәүештә Шереметьевоға килдем. Уның өсөн кеүек бер кемгә лә был тиклем борсолғаным юҡ ине. Көйәрмәндәр менән аралашмауын да элекке спортсы булараҡ аңлайым. Ул хәл хаҡында уйлайым да, нисек йырып сыҡты икән, тип күҙ алдына килтерәм. Юҡҡа ғына ул тотош илде яраттырмаған һәм, бер минутҡа булһа ла, Олимпия чемпионы булып ҡайтты ла, - тип белдергән В. Фетисов. – Беҙ уның менән терминалға сыҡҡанға тиклем аралаштыҡ. Ул бер аҙ моңһоу ине. Мин уға бында барыһының да уның өсөн борсолоуы һәм уның бер ниҙә лә ғәйепле түгел икәнлеге хаҡында әйттем. “Һин кешеләр араһына сығырға һәм йылмайырға тейешһең, сөнки дүрт йыл тиҙ генә үтеп китәсәк, һәм һин, йәш чемпиондар бер генә Олимпиадала еңә ала, тигән һүҙҙәрҙе юҡҡа сығарырһың.
Камиланан нимә менән шөғөлләнәсәге тураһында һораным. Ул: “Бөгөн ял итәм һәм бер нисә көндән һуң күнекмәләр эшләй башлайым”, - тип яуап бирҙе. Уның нимәләр аша үтеүен аңларға кәрәк. Ул – маладис. Ул ауыр минуттарында ил Президентының да, спорт йәмәғәтселегенең дә йыуатыу һүҙҙәрен ишетте.
Мин был хаҡта аныҡ әйтә алам, сөнки барыһы менән дә аралашам. “Камила, кемдер бәйләнһә, хоккейсылар эргәлә”, - тип әйттем”.
Фото: championat.com