Олимпиада
20 Февраля 2022, 11:30

Пекинда кемдәр иң күп миҙал яуланы?

Исемлек - яҙмала.

Пекинда кемдәр иң күп миҙал яуланы?Пекинда кемдәр иң күп миҙал яуланы?
Пекинда кемдәр иң күп миҙал яуланы?

Һеҙҙең иғтибарға түбәндәге исемлекте тәҡдим итәбеҙ.

Йоханесс Бё (Норвегия, биатлон), дүрт алтын, бер бронза миҙал; 
Александр Большунов (ROC, саңғы ярыштары), өс алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал; 
Марте Олсбю-Ройселанн (Норвегия, биатлон), өс алтын, ике бронза миҙал; 
Ирен Схаутен (Нидерландтар, конькиҙа уҙыу спорты), өс алтын, бер бронза миҙал;
Тереза Йохауг (Норвегия, саңғы ярыштары), өс алтын, бер бронза миҙал; 
Кентен Фийон Майе (Франция, биатлон), ике алтын, өс бронза миҙал; 
Тарье Бё (Норвегия, биатлон), ике алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал; 
Йоханнес Клэбо (Норвегия, саңғы ярыштары), ике алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал; 
Сюзанне Схюлтинг (Нидерландтар, шорт-трек), ике алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал.

Күренеүенсә, был исемлектә Норвегия спортсыларының исем-шәрифтәре күберәк. 

Был - Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында иң күп миҙал яулаған спортсылар. Киләһе Олимпиада тағы ла еңеүселәрҙе асыҡлар: тормош дауам итә, спорт сәләмәт тормош алып барырға өндәй!

ҺҮРӘТТӘ: Александр Большунов.

Фото: olympicsrus

Пекинда кемдәр иң күп миҙал яуланы?
Пекинда кемдәр иң күп миҙал яуланы?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас