Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
20 Февраль 2022, 15:30

Ростислав нисәнсе урында?

Бөгөн Пекинда бобслей буйынса ярыштар ҙа булды.

Ростислав нисәнсе урында?
Ростислав нисәнсе урында?

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының һуңғы көнөндә уңыш Германия спортсыларына йылмайҙы: улар тәүге ике баҫҡысты үҙ-ара бүлеште. Өсөнсө урынға Канада спортсыһы сыҡты. Республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Ростислав Гайтюкевич – етенсе урында. Киләсәктә уға уңыштар юлдаш булыр, тип өмөт итәйек.

Шулай итеп, бөгөнгө бобслей ярыштары буйынса һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

  1. Франческо Фридрих (Германия);
  2.  Йоханнес Лохнер (Германия), +0,37;
  3.  Джастин Криппс (Канада) +0,79;

    7. Ростислав Гайтюкевич (ROC), +1,85;
    8. Максим Андрианов (ROC), + 2,25.

Фото: overbetting.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: