Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
20 Февраль 2022, 22:00

Спортсы күпме аҡса аласаҡ?

Ҡышҡы Олимпия уйындарында спортсыларҙың уй-хыялдары ғына тормошҡа ашмай, аҡса ла эшләйҙәр. Яҙмала - ошо хаҡта.

Спортсы күпме аҡса аласаҡ?
Спортсы күпме аҡса аласаҡ?

Алда Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында иң күп миҙал яулаусылар тураһында хәбәр иткәйнек. Был – уларҙың ғүмер буйы маҡсат ҡуйып тырышыу, һәр саҡ алға ынтылыу, ниндәй генә хәлдәр осрамаһын, юғалып ҡалмау һөҙөмтәһе. Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа ла спорт менән шөғөлләнер өсөн барлыҡ шарттар бар. Бары теләк кенә кәрәк.

Әйткәндәй, тотош донъяның алдынғы спортсылары, мәҫәлән, саңғысылар – ярайһы ғына хәлле кешеләр. Улар өсөн һөнәри спорт, шул иҫәптән Олимпиада – йәшерен-батырыны юҡ, аҡса эшләү урыны ла. Миҫалға илебеҙ исеменән сығыш яһаған Александр Большуновты алайыҡ. Ул үҙенең сираттағы икенсе Олимпия уйындарында барыһын да һоҡландырҙы: барлыҡ биш ярышта ла ҡатнашып, өс алтын, бер көмөш, бер бронза миҙал яуланы. Әлбиттә, уның һәм башҡа спортсыларҙың Пекиндағы уңыштары ил һәм төбәк кимәлендә баһаһыҙ ҡалмаясаҡ. Рәсәй кимәлендә алтын миҙал өсөн – 4 миллион, көмөш өсөн – 2,5 миллион, бронза өсөн 1,7 миллион һум аҡса ҡаралған. Бынан тыш, төбәктәр ҙә түләй. Сумма күләме – төбәктәр ҡарамағында. Бынан тыш, еңеүселәргә бағыусылар ҙа бүләк әҙерләгән. Ғөмүмән, Олимпиада – күңел өсөн байрам!

Күренеүенсә, илебеҙ спортсылары араһынан Александр Большунов иң күп аҡса эшләйәсәк. Призлы урындар өсөн 16,2 миллион һум аҡса ҡаралған. Тағы шуныһы: был суммаға һалым һалынмай. Өҫтәүенә, ғәҙәттә, миҙал яулағандарға машина бүләк итәләр. Әлегә Пекинда призлы урындар яулағандарға ниндәй автомобиль биреләсәге асыҡ түгел.

Александр Большуновтың фатир алыуы ихтимал. Пхенчхандан һуң уға Төмәндә ике бүлмәле фатир бирелгән. Хәҙер бына Архангельскиҙа торлаҡлы булыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, ике бүлмәле фатир унда кәмендә дүрт миллион һум тора.

Бынан тыш, спортсының Олимпия чемпиондарына ҡаралған, ай һайын бирелгән 52 мең һум күләмендә аҡса бирелеүе мөмкин. Үҙе хеҙмәт иткән Ҡораллы ғәскәрҙәрҙән бүләк яһалыуы бар: уға күптән түгел “Росгвардия” капитаны званиеһы бирелде.

Һөҙөмтәлә Александр Большунов яҡынса 27 миллион һум аҡса эшләгән. Трассала ул яҡынса дүрт сәғәт тирәһе булды һәм, тимәк, бындағы уның бер минуты – 115 мең, бер секунды 1915 һумға барып етә.  

Тик шуныһы: был аҡса еңел генә эшләнмәгән – бәләкәй саҡтан көн һайын күнекмәләр үткәреү, тырышлыҡ, сәмселлек, маҡсатлылыҡ, уңғанлыҡ һәм даимилыҡ һөҙөмтәһе. Был – Александр Большуновтың ғүмер буйы тырышып яуланған хәләл аҡсаһы. Ә уның ни тиклем ауыр, көс-ҡеүәт талап иткәнен спортсы үҙе, тренеры, яҡындары ғына белә...

P.S. дөйөм сумма күләме яҡынса иҫәпләнде.

Фото: sport-express.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: