Спорттың тәғәйенләнеше ябай түгел: ул халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға өндәп кенә ҡалмай, уның данын тотош донъя ҡитғаларына таратырға булышлыҡ итә, өҫтәүенә, тыныслыҡҡа, матур тормош алып барырға өндәй.
Бөгөн Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге байрам кәйефенә сорналды: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов күптән түгел Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан, призлы урын яулаған спортсыларыбыҙ, уларҙың тренерҙары һәм башҡалар менән ошо олуғ сара, спорт менән бәйле уңыштар, шул уҡ ваҡытта проблема-мәсьәләләр, маҡсаттар хаҡында һөйләште, спорт алдынғыларына, уңғандарына дәүләт наградалары тапшырылды.
Башҡортостан спортсылары, һис һүҙһеҙ, Пекинда үткән донъяуи сарала ҡулынан килгәнсә көсөн һалды. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡытыршылыҡтар килеп сыҡһа ла, илебеҙ әләменән һәм Гимнынан тыш сығыш яһарға тура килһә лә, улар бирешмәне, киреһенсә, алға ынтылды. Хәҙер инде был тулҡынландырғыс көндәр спорт тарихында ҡалды.
- Беҙ барыбыҙ ҙа Олимпия уйындары барышын ҡараныҡ, барлыҡ республика улар өсөн “көйҙө”, Рәсәй спортсылары өсөн борсолдо. Һәм, әлбиттә, үҙегеҙҙең спортсылар сығышын етди иғтибар менән ҡараныҡ, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республикала спорт үҫешенә етди иғтибар бүленеүе, спорт инфраструктураһы үҫешенә тос өлөш индерелеүе, Өфөнөң 450 йыллығына Волейбол һәм көрәш һарайҙарының, ишеү каналының тапшырыласағы, тиҙҙән гимнастика үҙәгенең асылыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләне. “Ауыл тренеры” программаһының беҙҙә ҡабул ителеүе лә был өлкәнең үҫешенә булышлыҡ итә.
- Олимпиадала ҡатнашҡан спортсыларыбыҙ – хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм ныҡышмаллыҡ һөҙөмтәһендә юғары маҡсаттарға өлгәшеү миҫалы! Олимпия миҙалдары кеүек, - тине Радий Фәрит улы.
Спортсыларҙың уңыштарға өлгәшеүенә булышлыҡ иткән хәлдәр байтаҡ ине, әлбиттә. Әммә иң тәү сиратта республикала хатта ҙур спортҡа әҙерләнеү өсөн шарттар барлығы хаҡында әйтмәйенсә булмай: һуңғы өс йылда матди-техник база яҡшырғандан-яҡшыра, матди йәһәттән дәртләндереү аҡса суммаһы ла артты, башҡа саралар ҡабул ителә, спорт объекттары сафҡа инә һәм төҙөлөүен дауам итә. Тағы был өлкәнең алға китеүендә тренерҙарҙың өлөшө сикһеҙ. Әйткәндәй, бөгөнгө сарала был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер бар икән, спорт та бар”, - тип белдерҙе.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ошондай Олимпия ярыштарында ҡатнашҡандарға ла, призлы урын яулағандарға ла ғүмер буйы түләнгән стипендия булдырыу хаҡында әйтте. “Олимпия уйындарында ҡатнашҡандар минән ошо хаҡта йыш һораша”, - тине ул. “Ҡарар табырбыҙ”, - тине республика Башлығы.
Белдереүебеҙсә, илебеҙ йыйылма командаһы составындағы спортсыларыбыҙ араһында хоккейсылар күпселекте тәшкил итте. “Ағиҙел” хоккей командаһынан Мария Печникова бөгөн үҙҙәрен ошондай йылы ҡабул итеүҙәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. “Барлығы ете кеше йыйылма команда составында сығыш яһаныҡ. Был – абруй. Бер матчта хатта битлек кейеп уйнаныҡ. Тик күптәрҙең сирләүе һөҙөмтәһендә уңышҡа өлгәшә алманыҡ, бишенсе урында инек”, - тине ул.
Видеобйләнеш аша Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев “Саҡмағош-арена”ла ауылдағы хоккей хаҡында һөйләне. Был райондың йәш хоккейсылары Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” ярыштарында беренсе урын яулағайны.
Пекинда сығыш яһаған бобслейсылар - халыҡ-ара класлы спорт мастеры Ростислав Гайтюкевич менән Юлия Беломестных ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән икән, бында, әлбиттә, уларҙың тренеры Рөстәм Фәйезовтың өлөшө сикһеҙ. Ул был спорт төрөнөң массалы түгел, шәхсән спортҡа ҡарауы һәм башҡалар хаҡында һөйләне.
- Мин ғәҙәти ғаиләлә тыуҙым, беҙҙә береһе лә спорт менән шөғөлләнмәй ине. Әгәр 10 йыл элек миңә: “Һине республика Башлығы һәм башҡалар тыңлай, улар алында сығыш яһайһың”, - тиһәләр, ышанмаҫ ине. Шуға балаларға: “Тырышырға кәрәк”, - тип өндәшәм. 2014 йылда алтын миҙал яулаһам да, беренсе урынға сыҡһаҡ та, ошондай йылы осрашыу булмағайны. Шорт-трек үҙәгенең дә Семен Елистратов исемен йөрөтөүе ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Әгәр балаларҙы компьютерҙарҙан айырып, спортҡа йәлеп итеүгә өлөшөм була икән, шатмын. Тағы: бер үҙемә ошондай ҡаҙаныштарға өлгәшә алмаҫ инем, барыһына сикһеҙ шатмын. Уҡытыусыларым, тренерҙарым – бөтәһенә лә рәхмәтлемен - тине Семен Елистратов. – Беҙҙә халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн барлыҡ шарттар бар – бының өсөн ҙур рәхмәт! Тап шуға ла көн һайын улымдың нисек үҫкәнен күҙәтә алам, ҡатыным да эргәмдә. Күҙ алдына килтерәһегеҙме?! Өфөлә донъяуи сараларҙа ҡатнашыу өсөн барлыҡ шарттар бар.
- Спорт – ул беҙҙең барыһы ла! Беҙгә ғорурланыу мөмкинленен бирегеҙ. Беҙ ғорурланабыҙ, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ул республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа әүҙем эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн был матур сарала Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыларға, уларҙың тренерҙарына республикабыҙ дәүләт наградалары тапшырылды. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары” ордены менән биатлонсы Эдуард Латиповтың тренеры Виктор Никитин наградланды, уға шулай уҡ 1 миллион 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Шорт-трексы Семен Елистратовҡа “Халыҡтар дуҫлығы” ордены һәм 600 мең һумлыҡ сертификат бирелде.
Биатлонсы Эдуард Латипов “Салауат Юлаев” орденына лайыҡ булды һәм уға 3 миллион һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырылды. Спортсы үҙе лә бүләкһеҙ килмәгәйне: ул Радий Фәрит улына Олимпия символдарын, үҙе Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында йүгергән номерҙы, тағы плакатты иҫтәлеккә бүләк итте. Семен Елистратовтың тренеры Максим Андреевҡа иһә 300 мең һумлыҡ сертификат бирелде. Бобслейсыларыбыҙ Ростислав Гайтюкевич менән Юлия Беломестных тренеры Рөстәм Фәезовтың тырыш, маҡсатлы хеҙмәте “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” миҙалы менән баһаланды һәм ул тағы 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Тренер, “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы етәксеһе Денис Афиногенов иһә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына һәм 200 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ тип табылды. Сарала башҡалар ҙа республикабыҙҙың дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Фото: "Башинформ".