Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
27 Февраль 2022, 20:00

Бронза миҙал хужалары нимә хаҡында белдерҙе?

Бөгөн баш ҡалабыҙҙа спорт һөйөүселәр һәм көйәрмәндәр өсөн сағыу байрам булды. Пекинда миҙалдар яулаған спортсыларыбыҙ нимә хаҡында һөйләне?

Бронза миҙал хужалары нимә хаҡында белдерҙе?
Бронза миҙал хужалары нимә хаҡында белдерҙе?

Хәбәр итеүебеҙсә, Эдуард Латипов – Рәсәй биатлонсыһы, донъя һәм Европа  чемпионаттарында призлы урын яулаған, Универсиадала еңгән, йәш үҫмерҙәр араһында донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры, донъя кубогы призеры. Быйыл ул Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙал яуланы.

- Тыуған яғыма шатлыҡ-ҡыуаныс хистәре менән ҡайттым: үҙемдең илем, ғаиләм өсөн награда яулай алдым. Олимпиадала бер ҡасан да еңел булмай: бының өсөн әллә күпме йыл әҙерләндек, һәр ярышта мөмкин тиклем тырыштыҡ, – тип белдерҙе Эдуард Латипов. – Видеороликтар, хәбәрҙәр – һәр саҡ көйәрмәндәрҙең үҙем өсөн борсолоуын тойҙом. Ошондай йылы һүҙҙәр булғанда күпкә еңелерәк. Республика Башлығы үҙе бронза миҙал яулағанда ҡотланы һәм сираттағы ярыштарҙа уңыштар теләне. Ә әлегә ял итеп алып, киләһе ярыштарға әҙерләнә башлаясаҡмын.

Семен Елистратов – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013 йыл). 2014 йылда эстафетала Олимпия уйындары чемпионы тип танылған, 2018, 2022 йылдарҙа Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған. 2015 йылда ул донъя чемпионы булған, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш миҙал яулаған, донъя чемпионаттарында биш тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған. Семен Елистратов – күп тапҡыр Европа чемпионы, 1000 метр арауыҡҡа донъя кубогын яулаусы. 2007 йылдан алып – Рәсәйҙең йыйылма командаһында. 

- Әле донъя чемпионатына әҙерлек бара, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уның үткәреләсәге хаҡында аныҡ белмәйбеҙ. Бронза миҙалды яулау өсөн бөтәбеҙ ҙә тырышабыҙ, – тине ул.

ҺҮРӘТТӘ: Эдуард Латипов.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: