Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
27 Февраль 2022, 13:15

Хоккейсылар күпселекте тәшкил итте

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында илебеҙ йыйылма командаһы составында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған спортсылар араһында хоккейсылар күпселекте тәшкил итте.

Хоккейсылар күпселекте тәшкил итте
Хоккейсылар күпселекте тәшкил итте

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында илебеҙ йыйылма командаһы составында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған спортсылар араһында хоккейсылар күпселекте тәшкил итте.

Тағы шуны билдәләргә кәрәк: илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса йыйылма командаһына Башҡортостандан спортсылар байтаҡ ине. Бына улар:

Мария Баталова – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һаҡсыһы, Рәсәйҙең шайбалы хоккей буйынса йыйылма командаһы хоккейсыһы. Ул 2013/14 уйын миҙгелендә Рәсәйҙең шайбалы хоккей буйынса чемпионатында “Төмән Төлкөләре” командаһы өсөн сығыш яһаған. 2014 йылда Дмитровтың “Торнадо” командаһы уйынсыһы була һәм уның составында 2015 – 2017 йылдарҙа Рәсәй чемпионы тип таныла. 2012 йылдан 2013 йылға тиклем шайбалы хоккей буйынса донъя Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.

Вероника Коржакова – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һөжүм итеүсеһе. “Ағиҙел” командаһы составында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы (2018/2019, 2020/2021), “Ағиҙел” командаһы составында Рәсәй чемпионы (2018/2019, 2019/2020, 2020/2021), Европа кубогы хужаһы. 18 йәшкә тиклемге уйынсылар араһында донъя чемпионатында бронза миҙал яулаған, Европа кубогыныда бронза миҙалға лайыҡ булған.

Полина Лучникова – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һөжүм итеүсеһе, “Ағиҙел” командаһы составында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы (2018/2019, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында көмөш миҙал яулаған (2019/2020), Рәсәй чемпионы (2018/2019, 2019/2020, 2020/2021), 18 йәшкә тиклемгеләр араһында Рәсәй чемпионы (2016), 16 йәшкә тиклемгеләр араһында Европа кубогын яулаусы, йәштәр араһында донъя чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булыусы (2020 йыл).

Мария Печникова – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һаҡсыһы, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының өс тапҡыр чемпионы (2017/2018, 2018/2019, 2020/2021). Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаған (2008/2009, 2010/2011, 2011/2012, 2012/2013), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчында ҡатнашыусы (2017, 2018, 2019), Европа чемпиондары кубогы еңеүсеһе (2015), Европа чемпиондары кубогы көмөш миҙал яулаусыһы (2010/2011), Универсиада еңеүсеһе (2015).

Мария Сорокина – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы ҡапҡасыһы, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының ике тапҡыр чемпионы (2017/2018, 2020/2021), Рәсәйҙең өс тапҡыр чемпионы (2017/2018, 2019/2020, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының иң яҡшы ҡапҡасыһы (2015/2016, 2016/2017), 2017 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчында ҡатнашыусы, 2016 йылда донъя чемпионатында бронза миҙал яулаусы,  2017 йылда Бөтә донъя универсиада еңеүсеһе.

Ольга Сосина – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һөжүм итеүсеһе, 2017/2018 уйын миҙгеле Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының иң яҡшы уйынсһы, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының өс тапҡыр чемпионы (2017/2018, 2018/2019, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында өс тапҡыр көмөш миҙал яулаусы (2015/2016, 2016/2017, 2019/2020), Рәсәйҙең алты тапҡыр чемпионы (2007/2008, 2009/2010, 2017/2018, 2018/2019, 2019/2020, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчында ҡатнашыусы (2017, 2018, 2019, 2020), Европа чемпиондары кубогы эйәһе (2009), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2010, 2014, 2018), донъя чемпионатында ике тапҡыр бронза миҙал яулаусы (2013, 2016), ике тапҡыр Бөтә донъя ҡышҡы Универсиада чемпионы  (2015, 2017).

Анна Шибанова – “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы һаҡсыһы, өс тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионы (2017/2018, 2018/2019, 2020/2021), Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының иң яҡшы һаҡсыһы, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары матчы ҡатнашыусыһы (2017, 2018, 2019, 2020), донъя чемпионатынды ике тапҡыр бронза миҙал яулаусы (2013, 2016), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2014), ике тапҡыр Бөтә донъя ҡышҡы Универсиада чемпионы (2017, 2019).

Шакир Мөхәмәҙуллин – “Салауат Юлаев” хоккей командаһы һаҡсыһы, йәш үҫмерҙәр донъя чемпионатында (U-18) көмөш миҙал яулаусы, Саҡырыу донъя кубогы  (U-18) еңеүсеһе, Глинки/Гретцки (U-18) кубогы хужаһы, Йәштәр хоккей лигаһы регуляр чемпионатының “Көнсығыш” конференцияһы һәм донъя йәштәр чемпионаты еңеүсеһе.

Александр Кадейкин – “Салауат Юлаев” хоккей командаһы һөжүм итеүсеһе, Гагарин кубогы эйәһе, Рәсәй һәм Континенталь хоккей лигаһы һәм Рәсәй чемпионаттарында бронза миҙал яулаусы.

Фотолар: БР Спорт министрлығы; Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: