Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
27 Февраль 2022, 12:00

Майҙанда – Пекиндан ҡайтҡан геройҙар!

Бөгөн баш ҡалалағы “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда Пекиндағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында  ҡатнашыусылар һәм призлы урын яулаусылар менән тантаналы осрашыу бара.

Майҙанда – Пекиндан ҡайтҡан геройҙар!
Майҙанда – Пекиндан ҡайтҡан геройҙар!

Бөгөн баш ҡалалағы “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда Пекиндағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында  ҡатнашыусылар һәм призлы урын яулаусылар менән тантаналы осрашыу бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡытайҙа үткәрелгән Олимпиадала республика  спортсылары дүрт бронза миҙал яуланы.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 14 спортсы, шул иҫәптән 2014 йылда Олимпия чемпионы булған,  2018, 2022 йылдарҙа бронза миҙал яулаған шорт-трексы Семен Елистратов, быйыл Олимпия уйындарында бронза миҙал алған Эдуард Латипов, 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы, 2010 йылда Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған скелетонсы Александр Третьяков һәм ике бобслейсы – Юлия Беломестных һәм Ростислав Гайтюкевич ҡатнашты. Шулай уҡ Өфөләге “Ағиҙел” командаһынан ете хоккейсы – Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова һәм Полина Лучникова, “Салауат Юлаев” хоккей клубынан Александр Кадейкин, Шакир Мөхәмәҙуллин бар ине.

Өфөләр, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн масштаблы мәҙәни һәм спорт-мауыҡтырғыс программа, шул иҫәптән Олимпиада тураһында факттарҙы белеүгә арналған викторина, хоккейсылар, фигуристар һәм шорт-трексылар ҡатнашлығында “Боҙ баттлы”, дүрт тапҡыр “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирында еңеүсе Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуы һәм башҡалар үткәрелә. Теләге булғандар өсөн “Хоккей шайбаһын ташлау зонаһы”, ГТО зонаһы” барлыҡҡа килгән.

- Бөгөн Башҡортостанда - ҙур байрам! - тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. - Башҡортостан спорт төбәге булып ҡалыуын дауам итә.
Спорт министры Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе. Сарала Олимпиада геройҙары йәш быуын вәкилдәре - шорт -трексыларға, хоккейсыларға символик миҙалдар тапшырҙы.

XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында  призлы урын яулаусылар һәм ҡатнашыусылар автограф-сессия ойоштора.

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов; inner.topspb.tv

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: