XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан илебеҙ спортсылары араһында республикабыҙ вәкилдәре лә уңышлы сығыш яһаны. Башҡортостандан барлығы 14 спортсы ҡатнашты һәм илдең миҙалдар “янсығы”на дүрт бронза миҙал килтерҙе. Биатлонсыбыҙ Эдуард Латипов ҡушма эстафетала, эҙәрлекләүҙәр ярыштарында һәм ир-егеттәр эстафетаһында өс бронза миҙал яуланы. Дүртенсе бронза миҙал хужаһы – шорт-трексы Семен Елистратов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡышҡы Олимпия уйындары Пекинда 4 февралдән 20-енә тиклем барҙы. Рәсәй спортсылары 32 миҙал – алты алтын, 12 көмөш һәм 14 бронза яуланы.
Башҡортостан Волга буйы федераль округында Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсылар һаны (14) буйынса лидер булды.
Ил төбәктәре араһында Башҡортостан миҙалдар һаны буйынса дүртенсе урынға сыҡты. Был иһә Башҡортостандың ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса төбәк икәнлеген күрһәтте.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙағы “Өфө-Арена” майҙанында Пекиндағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм призлы урын яулаусылар менән тантаналы осрашыу була.
Фото: rus.bashgazet.ru