Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
27 Февраль 2022, 20:30

Тренерҙарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Өфө командаһы етәксеһе, тренеры Денис Афиногенов нисек спортсыларҙы Ҡышҡы Олимпия уйындарында дәғүәләшерлек итеп әҙерләүҙәре хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне

Тренерҙарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ
Тренерҙарының өлөшө баһалап бөткөһөҙ

Өфөләге “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһынан ете ҡыҙ Пекинда ҡатнашҡан илебеҙ командаһы составында көс һынаны. Өфө командаһы етәксеһе, тренеры Денис Афиногенов нисек спортсыларҙы Ҡышҡы Олимпия уйындарында дәғүәләшерлек итеп әҙерләүҙәре хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне:

- Иң беренсеһе – уларҙың теләге булырға, тырышып эшләргә тейеш. Туғыҙ хоккейсыбыҙ киткәйне, икәүһе – Илона Маркова һәм Елизавета Роднова сирләү сәбәпле, ҡатнаша алманы. Ныҡышмал, етди хеҙмәт, ете тир аша ошондай ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин. Уларҙың холҡо ирҙәрҙекенән көслөрәк: шундай һынауҙарҙы үтә алалар, ҡайһы берҙәре ирҙәр иңенән килмәҫлек.

Бобслейсыларыбыҙҙың тренеры Рөстәм Фәйезов иһә тәрбиәләнеүсеһенең киләсәге хаҡында ла әйтте.

 - Спортсыларҙы һайлағанда эске һиҙемләү ҙә ярҙам итә. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта беҙҙең спорт төрөнә ҙур ярҙам күрһәтелде: яҡшы техника һатып алдыҡ, һөҙөмтәлә бобслейсыларҙың оҫталығы арта. Ростислав Гайтюкевичтың киләсәге бар, ул сираттағы Олимпиадала үҙен күрһәтәсәк әле! – тине  Рөстәм Шәриф улы.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: