Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
27 Февраль 2022, 14:30

Улар – ғорурлығыбыҙ!

- Барыһы өсөн дә рәхмәт! Олимиадала ҡулыбыҙҙан килгәнсә барыһын да эшләнек! Алға, Башҡорттостан, - тине С. Елистратов. 

Улар – ғорурлығыбыҙ!
Улар – ғорурлығыбыҙ!

Күптән түгел Пекинда уҙғарылған Ҡышҡы Олимпия уйындарында республикабыҙ спортсылары ла лайыҡлы ҡатнашты.

Әйткәндәй, һуңғы йылдар­ҙа Башҡортостанда спортҡа мөнәсәбәт яҡшырғандан-яҡшыра, төрлө спорт объект­тары барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә, донъя кимәлендәге спорт сараларының Башҡортостанда үткәрелеүе барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең, көйәрмәндәрҙең иғтибарын республикаға йүнәлтте. Мәҫәлән,  Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында ойошторолған Көрәш буйынса донъя беренселегендә дөйөм команда иҫәбе буйынса Рәсәй еңеү яуланы – спортсылары­быҙ туғыҙ алтын, ике көмөш һәм һигеҙ бронза миҙалға лайыҡ булды. Шуныһы үҙенсәлекле: бындай донъя беренселеге илебеҙҙә беренсе тапҡыр үткәрелде.

Токио ҡалаһында үткәрелгән ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы – Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Алһыу Минәжева, Александр Сергеев һәм Варвара Баранова – үҙ көсөн һынап ҡараны. Яҡташтарыбыҙ фехтование буйынса уңышлы сығыш яһаны.

Шуныһы һөйөнөслө: Пекинда үткәрелгән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ла спортсыларыбыҙ һынатманы, улар республикабыҙ исемен тотош донъяға яңғыратты! Ошондай спортсыларҙың олуғ спорт сараларҙа лайыҡлы ҡатнашыуы – Башҡортостанда был өлкәгә етди иғтибар бүленеүенә дәлил. Бөгөн улар исемен илебеҙҙә генә түгел, башҡа ҡитғаларҙа ла яҡшы беләләр! Бына – улар!

Эдуард Латипов – Рәсәй биатлонсыһы, донъя һәм Европа биатлон буйынса, йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаттарында призлы урын яулаған, Универсиадала еңгән, йәш үҫмерҙәр араһында донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры, донъя кубогы призеры. Быйыл ул Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙал яуланы.

Семен Елистратов – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013 йыл). 2014 йылда эстафетала Олимпия уйындары чемпионы тип танылған, 2018, 2022 йылдарҙа Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған. 2015 йылда ул донъя чемпионы булған, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш миҙал яулаған, донъя чемпионаттарында биш тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған. Семен Елистратов – күп тапҡыр Европа чемпионы, 1000 метр арауыҡҡа донъя кубогын яулаусы. 2007 йылдан алып – Рәсәйҙең йыйылма командаһында. 
- Барыһы өсөн дә рәхмәт! Олимиадала ҡулыбыҙҙан килгәнсә барыһын да эшләнек! Алға, Башҡорттостан, - тине С. Елистратов. 

Пекинда спортсыларыбыҙ бобслей буйынса ла көс һынашты. Бына - улар: Ростислав Гайтюкевич – халыҡ-ара класслы спорт мастеры. 2017 йылдан – бобслейҙа, 2018 йылдан пилот булып  сығыш яһай. Йәш үҫмерҙәр араһында чемпион, Европа чемпионаты бронза миҙалын яулаусы. Донъя һәм  Европа кубогы этаптарында призлы урындар яулаған, еңеүсе, Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы.

Юлия Беломестных – Рәсәй бобслейсыһы. Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулаған. 2018 йылда Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.

Александр Третьяков – Рәсәй скелетонында беренсе Олимпия чемпионы, донъя чемпионы, ике тапҡыр донъя кубогын яулаусы, донъя кубогына ярыштарҙа – көмөш миҙалға, Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булыусы. Ике тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы.

Фотолар: БР Спорт министрлығы, Айрат Нурмөхәмәтов.

Улар – ғорурлығыбыҙ!
Улар – ғорурлығыбыҙ!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: