Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада
1 Август 2023, 10:30

Бушлай белем алыу хоҡуғына кемдәр эйә?

Был 8 – 11-се кластарҙа белем алғандарға ҡағыла.

Бушлай белем алыу хоҡуғына кемдәр эйә?
Бушлай белем алыу хоҡуғына кемдәр эйә?

Башҡортостан уҡыусылары “Киләсәк коды” проектында программалаштырыуҙың заманса телдәре буйынса курстарҙы бушлай үтә ала. Был 8 – 11-се кластарҙа белем алыусыларға ҡағыла. Ә сараны Томск милли тикшеренеү дәүләт университеты ойоштора.

Шулай итеп, уҡыусыларҙы уҡытыу бушлай. Дәүләт уны “Рәсәй Федерацияһы һанлы иҡтисады” милли программаһы бюджетынан ҡаплай. Уҡыу онлайн үткәрелә һәм төрлө кимәлдәр буйынса ойошторола. Айырым кимәл өсөн һынауҙар ҙа бар.

Программаға ҡарап, курстар оҙонлоғо ла бер-береһенән айырыла. Уртаса ул дүрттән туғыҙ айға тиклем һуҙыла, дүрт моделдән тора һәм һәр береһен айырым үтергә мөмкин. Һәр модулде үткән өсөн тыңлаусылар Томск милли тикшеренеү дәүләт университетына уҡырға ингәндә Берҙәм дәүләт имтиханында ике өҫтәмә балға эйә була.

Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) бурыстарын тормошҡа ашыра.

Әйткәндәй,  “Мәғариф” милли проекты Рәсәйҙәге барлыҡ балаларға һәм үҫмерҙәргә һәләттәрен асыу өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ил буйынса мәктәп, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм модернизациялана, улар заманса йыһаздар менән тулылана. 

Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/558371/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: