"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәре Рәмил Мансуровтың ғаиләһендә бик талантлы балалар үҫә. Раушания һәм Айбулат Мансуровтарҙың ихлас итеп бейеүе тураһындағы видеояҙма менән бынан бер нисә йыл элек таныштырғайныҡ.
Талантлы һәм һәләтле бейеүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова етәкселегендәге "Торатау" балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Айбулат дүрт йәштән бейей башлаһа, Раушания ҙур сәхнәгә хатта өс кенә йәшендә сыға. Бейеүҙән тыш Айбулат пианинола уйнарға өйрәнә, велоспорт менән дә шөғөлләнә, ҡаланың Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында белем ала. Раушания иһә бейеүҙән тыш профессиональ рәүештә конькиҙа шыуырға йөрөй. Ошо көндәрҙә коллегабыҙ ҡыҙы Раушанияның башҡорт моңо аҫтында сығыш яһаған видеояҙмаһын үҙ сәхифәһенә ҡуйған.
Башҡортостандан киләсәктә Олимпиада йондоҙо булып балҡыясаҡ Раушанияға ҙур уңыштар теләйбеҙ һәм уны дәртләндереп "йөрәк"тәргә баҫабыҙ! Афарин, Раушания!
Яулайһы үрҙәрең, уңыштарың, миҙалдарың күп булһын!
Фото һәм видеояҙма: Рәмил Мансуров.