Олимпиада
12 Августа , 16:45

Беҙҙең спортсылар - әлегә ете миҙал хужаһы

Спортсыларыбыҙҙың остаздары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лира Грушина һәм Тимур Арыҫланов. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Беҙҙең спортсылар - әлегә ете миҙал хужаһыБеҙҙең спортсылар - әлегә ете миҙал хужаһы
Беҙҙең спортсылар - әлегә ете миҙал хужаһы

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында рапирала фехтование буйынса республиканың ике командаһы осрашты. Уларҙың барыһы ла Өфөләге Фехтование үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм финалға сыҡҡайнылар. Уларҙың остаздары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лира Грушина һәм Тимур Арыҫланов.

Һөҙөмтәлә Владислав Журавлев, Әмир Фәхретдинов, Ростислав Хамдамов һәм Дәүләт Хәйретдинов яуланы. Егор Баранников, Искәндәр Булатов, Валерий Корнилов һәм Тимур Сафин көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Бөгөнгә республика атлеттары ете миҙал - өс алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал хужаһы.

Илшат Әхмәтов фотоһы.

#СпартакиадаНародовРоссии

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас